Бөгөн республиканың барлыҡ ҡала һәм район, ауылдарын ап -аҡ ҡар ҡапланы, көндәр һыуытты.
Рәсәйҙең Гидрометүҙәге синоптиктары фаразлауынса, быйыл ҡыш башҡа йылдарға ҡарағанда, иртәрәк килә. Ноябрь аҙағында республикала ысын ҡыш тантана итәсәк, тип көтөлә.
Әле илдең күпселек төбәгендә ҡар яуа, ул Башҡортостанды ла урап үтмәйәсәк. Әммә ҡар күпме яуһа ла яуҙа ла, ул оҙаҡ ятмаясаҡ, иреп бөтәсәк. Шуға күрә ҡар яуҙы, ҡыш етте тип ҡыуанырға йәки борсолорға урын юҡ.
Ә ысын ҡыштың килеүе айҙың өсөнсө декадаһында көтөлә.
Хәтерләһәгеҙ, алдан синоптиктар әйтеүенсә, ноябрҙең тәүге аҙнаһы ғына норманан 1-2 градусҡа һалҡыныраҡ буласаҡ. Һуңынан беҙҙе йәнә сағыштырмаса йылы көндәр көтә, тотош алғанда, ноябрь норманан 1-1,5 градусҡа йылыраҡ буласаҡ, ҡар ай аҙағында ятасаҡ, тип вәғәҙәләгән инеләр. Тимәк беҙгә ысын ҡышты ҡаршыларға ла күп ҡалманы.
Фото: Рәсүл Арыҫланов