Бөгөн Мәсетле районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яңы Мөслим ауылында күп функциялы мәҙәниәт йортон төҙөү барышы менән танышты. Үҙәк “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә төҙөлә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2021 йылдың июнендә төбәк етәксеһе халыҡ менән осрашыу барышында ауылда иҫке бина урынына яңы клуб төҙөйәсәктәре хаҡында хәбәр иткәйне.
Төҙөлөш эштәре быйыл йәй башланды. 2024 йылдың аҙағына тиклем төҙөүселәр бинаның диуарҙарын һәм ҡыйығын күтәрергә, инженер коммуникацияларын үткәрергә ниәтләй. Ҡалған эштәр 2025 йылда башҡарыласаҡ.
897 квадрат метр майҙанлы бер ҡатлы бинала 150 урынлыҡ тамаша, хореография залдары, китапхана, драма түңәрәге һәм дауалау физкультураһы, аэробика менән шөғөлләнеү өсөн бүлмәләр урынлашасаҡ.
Башҡортостан Башлығы төҙөүселәр менән эш барышын тикшерҙе, урындағы халыҡ менән аралашты. Төбәк етәксеһе мәҙәни үҙәк төҙөлөшөн 2025 йылдың сентябренә тамамларға ниәтләүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Беҙ модулле клубты иртәрәк тә күтәреп ҡуя алыр инек, әммә халыҡ баш тартты. Хәҙер уны кирбестән төҙөйбөҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Яҡшы мәҙәни үҙәк буласаҡ. Ауыл ҙур – бында меңләп кеше йәшәй. Йорттар ҙа ныҡлы. Әлбиттә, халыҡҡа клуб кәрәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.