Киберхәүефһеҙлек өлкәһендәге белгестәр ҡулланыусыларҙы WhatsApp кеүек мессенджерҙарҙа ебәрелгән ҡотлау открыткалары хәүефе тураһында иҫкәртә. Мәҫәлән, енәйәтселәр ҡотлау һүрәттәрен зарарлы файлдарҙы таратыу өсөн япма булараҡ файҙалана.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, рәсәйҙәрҙең дүрттән бер өлөшө бындай открыткаларҙы ала, ләкин үҙҙәре бер ҡасан да мессенджерҙарға уларҙы ебәрмәй. Шул уҡ ваҡытта һорау алыныусыларҙың 62 проценты байрамдар, тыуған көндәре йәки башҡа ваҡиғалар айҡанлы әүҙем рәүештә ошондай открыткалар ебәрә һәм ала. Ләкин респонденттарҙың 65 проценты ошондай һүрәттәр аша телефонды вирус менән зарарларға мөмкин тип иҫәпләй.
Киберхәүефһеҙлек буйынса эксперт Дмитрий Галов мутлашыусыларҙың туғандары йәки дуҫтары исеменән фишинг һылтанмалары менән открыткалар ебәрә алыуҙарын раҫланы. Ҡайһы бер осраҡтарҙа хәбәрҙәге ҡотлау артында башҡарма файлдар(.exe) йәшеренелеүе ихтимал, улар асылған саҡта мессенджерҙарҙа йәки Дәүләт хеҙмәттәре кеүек башҡа платформаларҙа аккаунтты юғалтыуға килтереүе мөмкин.
Икенсе хәүефле сценарий – медиафайлдар ебәреү, артабан уларҙы ҡарау өсөн зарарлы ҡушымта ҡуйыу тәҡдиме менән бәйле. Бындай һөжүмдәр ҡулланыусының мәғлүмәттәрен урлауға килтереүе ихтимал.
Бындай хәүефтәрҙән һаҡланыу өсөн белгестәр бөтә мөмкин булған сервистарҙа ике факторлы аутентификация булдырырға һәм бер кемгә лә авторизация кодтарын хәбәр итмәҫкә кәңәш итә. Шулай уҡ файлдарҙың киңәйеүенә иғтибар итеү һәм, хатта таныштарынан килгән хәлдә лә, шикле һылтанмалар буйынса күсеүҙән тыйылыу мөһим.
Һеҙ таныштарығыҙға “Хәйерле иртә”ләр ебәрәһегеҙме?