Социаль селтәрҙә 277-се маршрут водителенең уҡыусыны юл хаҡы өсөн Уҡыусы картаһынан түләргә теләгәне өсөн шелтәләгәне төшөрөлгән видео таралды. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә саралар күргән. Был автобус водителен пассажир менән дөрөҫ эш итмәгәне өсөн эшенән сығарғандар. Ошо хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Шулай уҡ “Арбат+” пассажирҙар ташыу ойошмаһы менән дә һөйләшеү булған. “Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы был пассажирҙар ташыу буйынса шөғөлләнгән йәмғиәткә марштрутта тағы ошондай хәлдәрҙең теркәлмәүе өсөн иҫкәртеү яһаны”, - тип хәбәр итте республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Руслан Ғарипов.
Әйткәндәй, 2019 йылдан Башҡортостанда барлыҡ йәмәғәт транспорты өсөн берҙәм “Алға” картаһы эшләй башланы. 2024 йылдың ноябрендә уға пассажирҙар ташыусы 67 ойошма, шул иҫәптән “Арбат+” пассажирҙар ташыу ойошмаһы ла ҡушылды.
Башҡортостанда йәшәүселәрҙең юл өсөн ҡулаҡса, банк картаһы йәки “Алға” транспорт картаһы, шулай уҡ Уҡыусы картаһы менән түләү мөмкинлеге бар.
Сығанаҡ, фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.
Автор фотоһы.