Йәмғиәт
7 Ноябрь 2024, 14:00

Ҡот осҡос ҡанһыҙлыҡ...

Балаһына типкән атайҙы тапҡандар һәм...

Ҡот осҡос ҡанһыҙлыҡ...Ҡот осҡос ҡанһыҙлыҡ...
Ҡот осҡос ҡанһыҙлыҡ...

Бөгөн иртә менән социаль селтәрҙәрҙә таралған видеояҙма күптәрҙе асыуландырҙы. Атай кеше, лифтҡа инеп барған саҡта бәләкәй ҡустыһын яңылыш төрткән өсөн саҡ ҡына ҙурыраҡ, әммә шундай уҡ сабый балаһын тибеп йыҡты. Был хәл Өфөлә, Королев урамындағы йорттарҙың береһендә булған. Хәлде лифт камераһы яҙҙырған.

Күренеүенсә, лифт ишеге асылып китә һәм ғаилә унда инергә тип килә. Биш йәштәрҙәге малай яңылыш ҡына ике-өс йәшлек ҡустыһын төртә, шуның өсөн атаһы уға тибеп ебәрә. Илап ебәргән баланы әсәһе менән өләсәһе яҡлашып маташа, тик екеренгән ир уларҙың ауыҙын тиҙ яптыра. Кире асылған лифтҡа ғаилә инә һәм төшөп еткәнсе атай кеше тупаҫ формала баланы әрләй. Ике ҡатын шым ҡалып килергә мәжбүр.

Был хәл халыҡ араһында ҙур шау-шыу тыуҙырҙы, кешеләр бик күп комментарийҙар яҙып, ир кешене әрләй. Башҡортостанда Бала хоҡуғы буйынса вәкил Ольга Панчихина ла был турала фекере менән уртаҡлаша.

“Атайҙың балаларына ҡарата шулай эшләүе бик ҡурҡыныс хәл, өҫтәүенә ике бала ла бәләкәй. Көс һәм тупаҫ һүҙҙәр менән проблемалар хәл ителмәй. Балаларҙың атаһынан ҡурҡыуы күренеп тора, ләкин уның ни өсөн улай эшләгәнен аңламайҙар. Барлыҡ ата-әсәләргә мөрәжәғәт иткем килә: һеҙ үҙегеҙҙең балаларығыҙҙы кәмһетеү, ҡулдарығыҙҙы һәм аяҡтарығыҙҙы күтәреү өсөн тапмағанһығыҙ. Улар – һеҙҙең балаларығыҙ, бәләкәй генә булһалар ҙа шәхестәр, тереләр, һеҙҙең дауамығыҙ. Үҙебеҙҙе ошолай тотоп беҙ уларҙы тәрбиәләмәйбеҙ, ә баланы кәмһетәбеҙ”, – тине Ольга Панчихина.

Уның һүҙҙәренсә, балаларҙы яҡламаған әсәй менән өләсәйҙең үҙҙәрен тотоуы ла хәүеф тыуҙыра. Тимәк, ир уларҙы ла ҡурҡытып тота, һүгенә. Был ғаиләлә барыһы ла ҡурҡытыуға ҡайтып ҡалған ти ул.

Һөҙөмтәлә, атаһы тарафынан бәләкәй балаға ҡарата көс ҡулланыу тураһындағы хәбәр буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был хаҡта Башҡортостандың Тәфтиш комитеты хәбәр итә. Ир кешегә тәүҙә штраф тәғәйенләнгән булған.

Әлеге осраҡ буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығының Өфө ҡалаһы Октябрь районы буйынса тәфтиш бүлеге тикшереү ойошторған. Уның һөҙөмтәһендә бәлиғ булмаған баланы тәрбиәләү буйынса бурыстарын тейешенсә үтәмәү факты буйынса баланың атаһына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған (Рәсәй Енәйәт кодексының 156-сы статьяһы).

Әлеге ваҡытта енәйәт эше буйынса ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауға һәм иҫбатланған база йыйыуға йүнәлтелгән тикшереү эштәре ойошторола.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас