Йәмғиәт
8 Ноябрь 2024, 17:30

Боҙло ямғыр көтөлә

Ял көндәрендә һаҡ булығыҙ: урыны менән боҙло ямғыр, боҙлауыҡ, юлдарҙа көрт, тайғаҡ булыуы көтөлә.

Боҙло ямғыр көтөләБоҙло ямғыр көтөлә
Боҙло ямғыр көтөлә

Киләһе тәүлектә Башҡортостанға боҙло ямғыр көтөлә. Шулай уҡ елдең тиҙлеге секундына 27 метрға тиклем етеүе ихтимал.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, төндә һәм иртәгә ҡар, ямғыр яуыуы фаразлана. Урыны менән боҙло ямғыр, боҙлауыҡ, юлдарҙа көрт, тайғаҡ. Елдең тиҙлеге секундына 15-20 метр, урыны менән ныҡ көслө, секундына 25-27 метрға етеүе мөмкин.

Һауа температураһы -2, -7, көньяҡ-көнсығышта -12, көндөҙ -2, 3 градус.

Ял көндәрендә оҙон юлға сығыусыларға  юлда һаҡ булырға, юлға сығыуҙан бер аҙ туҡталып торорға кәңәш ителә.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас