Йәмғиәт
8 Ноябрь 2024, 09:45

Өфөгә студент отрядтары йыйылды

Осрашыу бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы.  

Өфөгә студент отрядтары йыйылдыӨфөгә студент отрядтары йыйылды
Өфөгә студент отрядтары йыйылды

Сараның рәсми өлөшө Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы полпредының йәмәғәт проекттарын тормошҡа ашырыу департаменты начальнигы Дмитрий Соловьевтың тәбрикләүенән башланды.

- Отрядтар илебеҙҙең төп символы булғанда был осорҙа улар тарих яҙҙы, - тине Дмитрий Соловьев. – Тап улар арҡаһында студент отрядтары беҙҙең дөйөм милли, мәҙәни, социаль, иҡтисади кодтың бер өлөшөнә әүерелде. Һәм бөгөнгө йәштәребеҙгә был кодты һаҡлау һәм үҫтеререү ышанып тапшырылған. Студент отрядтары – профессионализм, лидерлыҡ мәктәбе.  

Абруйлы ҡунаҡ шулай уҡ Өфөлә ҡеүәтле мөхит булыуын, бында төрлө сараларға килеүселәргә көс-ҡеүәт биреүен дә билдәләне.

 Радий Хәбиров исеменән ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса  беренсе урынбаҫары Азат Бадранов тәбрикләне. Байрам ҡунаҡтарын һәм хужаларҙы бер юлы дүрт юбилей датаһы менән ҡотланы: студенттар отрядтары хәрәкәтенең 65 йыллығы, Рәсәй студент отрядтарының 20 йыллығы, Башҡортостан отрядтарының 60 йыллығы һәм уларҙың берлектәге тарихының 10 йыллығы.

 -Барлыҡ студент отрядтары командирҙарына илебеҙ тарихына һәм иҡтисадына, иң мөһиме үҙҙәренең үҫеүенә  ҙур өлөш индереүҙәрен теләйем, - тине Азат Бадранов. – Студотрядтар ғаиләһе рухты, холоҡто нығыта, һөнәри сифаттарҙы үҫтерә, иптәшлек мөхитен формалаштыра.

 Өс көн дауамында йәштәрҙе байтаҡ ҡыҙыҡлы ваҡиғалар көтә, шул иҫәптән һөнәри конкурстар, юмор фестивале. Бынан тыш, студенттар партнерҙар һәм предприятиелар менән танышасаҡ, был уларға эшкә урынлашҡанда яңы мөмкинлектәр аса.

 Слет Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды ярҙамында уҙғарыла.

Сығанаҡ: “Республика Башкортостан” гәзите сайты.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас