Сит илдәргә сәйәхәт итергә яратыусыларға ҡыуаныслы хәбәр еткерәбәеҙ: Өфөнән Таиландҡа тура рейстар асыла. Ноябрҙә Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» аэропортынан Таиландтың популяр курорттарына осоштар башлана.
Аэропорттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, рейстарҙы Azur Air чартер авиакомпанияһы башҡара. Пхукетҡа тәүге рейс — 11 ноябрҙә. Осоштар 12-13 көнгә бер тапҡыр булыр тип көтөлә.
Өфөнән Паттайя курортына рейстар 14 ноябрҙә башлана, айына ике тапҡыр башҡарыла. Был йүнәлештәрҙә 336 пассажирға иҫәпләнгән Boeing 767-300 самолеттары йәлеп ителә. Осоу ваҡыты — 8 сәғәт 15 минут.
2025 йылдың 17 ғинуарынан Өфөнән Пхукетҡа Red Wings авиакомпанияһының «Боинг 777-200» самолеттары оса башлай.
Йылы яҡтарҙа ял итергә теләүселәргә бөгөн үк Таиландҡа путевкалар ҡарарға мөмкин.
Фото: https://vk.com/m.gazim