8 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты.
Сарала ҡатнашыусылар хәрби бурысын үтәгәндә ғүмерҙәрен биреп һәләк булған эске эштәр хеҙмәткәрҙәрен бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
- Һеҙ хоҡуҡ тәртибе һағында ныҡ тораһығыҙ, беҙҙең тыныс тормошто һаҡлайһығыҙ. Юғары һөнәри оҫталыҡ, эштә принципиаллек һеҙгә енәйәт менән уңышлы көрәшергә, йәмәғәт тәртибен тәьмин итергә ярҙам итә. Полиция быйыл 20 меңдән ашыу енәйәт асҡан, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Төп маҡсатыбыҙ - сәйәси тотороҡлоҡто һаҡлау, дәүләт ҡоролошо һәм гражданлыҡ йәмғиәте нигеҙҙәрен нығытыу.
Республиканан байтаҡ Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операция бурыстарын уңышлы үтәй, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
- Полиция хеҙмәткәрҙәренең күбеһе, Эске эштәр органдары ветерандары Ватанды һаҡлауға баҫырға ҡарар итте. Улар беҙҙең тыныс күгебеҙ, Рәсәйҙең киләсәге өсөн намыҫлы көрәшә, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ яугирҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ, уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Беҙ еңеү менән уларҙы иҫән-һау көтәбеҙ!
Республика Эске эштәр органдарына ведомстволарҙың матди-техник базаһын нығытыу һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә булышлыҡ итеү йәһәтенән төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк, тип өҫтәне төбәк етәксеһе.
Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Александр Прядко шәхси состав исеменән төбәк етәкселегенә һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Тантаналы сарала шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, Эске эштәр министрлығы ветерандары сығыш яһаны. Улар Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм эштәрендә уңыштар теләне.
Фото: БР Башлығы сайтынан