Йәмғиәт
9 Ноябрь 2024, 04:00

Иртәнге сәйгә - ваҡ ҡоймаҡ

Ял көндәрендә яҡындарығыҙҙы тәмле һәм йылы ҡоймаҡтар менән һыйлап алығыҙ әле.

Иртәнге сәйгә - ваҡ ҡоймаҡИртәнге сәйгә - ваҡ ҡоймаҡ
Иртәнге сәйгә - ваҡ ҡоймаҡ

1,5 сәй ҡалағы сүпрә, бер аш ҡалағы шәкәр, биш аш ҡалағы йылымыс һыуға ике аш ҡалағы он һалып әсетке яһарға. Әсеп күтәрелеүгә йылы һөт һалып, самалап тоҙ, ике йомортҡа туғып өҫтәргә лә һәм он һалып бик шыйыҡ булмаған ҡамыр яһарға. Ҡабарғас, ярты стакан ҡайнар һыуға әҙерәк сода һалып болғатып ҡамырға өҫтәп, йәһәт кенә туғып, ваҡ ҡоймаҡ (оладьи) ҡоя һалырға кәрәк. 

Өҫтәлгә төрлө емештәр менән биҙәп бирергә мөмкин. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Фото һәм сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас