Йәмғиәт
10 Ноябрь 2024, 08:30

Аҡҡоштарҙы ҡотҡарғандар

Ҡоштарҙы тотоу ҡыйынға тура килмәне, әммә...

Аҡҡоштарҙы ҡотҡарғандарАҡҡоштарҙы ҡотҡарғандар
Аҡҡоштарҙы ҡотҡарғандар

Ҡыр ҡаҙҙары, ҡыр өйрәктәре, аҡҡоштарҙың өсмөйөш яһап йылы яҡҡа осҡанын ҡарап тороуы үҙе бер матур күренеш. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берҙәре Башҡортостанда тороп ҡалыуын дауам итә. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһындағы парктың боҙло күлендә өшөгән ике аҡҡошто һәм егерме тирәһе өйрәкте Салауат ҡалаһының авария-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре "Флора" учреждениеһы менән берлектә тотоп, йылы урынға урынлаштырған.

– Пар аҡҡоштарҙы тотоу ҡыйынға тура килмәне, ә өйрәктәрҙе аулау өсөн тир түгергә тура килде, әммә береһе лә зыян күрмәне, барыһын да "Флора"ға тапшырҙыҡ, – тип һөйләй "Пожарное сообщество. Юг Республики Башкортостан" хеҙмәткәрҙәре.

Фото: "Пожарное сообщество. Юг Республики Башкортостан".

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас