Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы картуф үҫтереүселәргә субсидия биреү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Документ көсөнә ингәндән һуң, һатыуға картуф үҫтергән өсөн тотонолған аҡсаның күпмелер өлөшөн республикабыҙҙың бюджетынан кире ҡайтарырға уйлайҙар.
Маҡсат, изге, әлбиттә. Ул кемдәргә ҡағыла? Әгәр ҙә берәү шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барһа һәм килем өсөн махсус һалым түләһә, дәүләттән субсидия аласаҡ.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының был аҙымы халыҡта хуплау табырында тамсы ла шик юҡ. Ни тиһәң дә, хәҙер картуф үҫтереүе еңел түгел. Сәсеү, бер нисә ҡат утау, тырматыу, колорадо ҡуңыҙына ҡаршы көрәшеү, ҡаҙып алыуҙы күҙ алдына килтерһәң...
Фото: ufacitynews.ru