Балаларҙың ғына түгел, ә өлкәндәрҙең дә көтөп алған байрамы – Яңы йыл яҡынлаша. Илдә махсус хәрби операция барған саҡта байрам әллә ни киң ҡолас менән үтмәйәсәк. Шулай ҙа уны айырыуса көткән балалар байрам кәйефен тоясаҡ. Хөкүмәт кәңәшмәһендә улар өсөн нимәләр әҙерләнеүе тураһында һөйләнеләр.
Шулай итеп, 25 декабрҙә Өфөлә уҡыусылар өсөн республика Яңы йыл шыршыһы ойошторола. Уның ҡунаҡтары – уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар. Шыршы байрамына бөтәһе мең бала киләсәк. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Яңы йыл тамашаһын ике ағымда ойоштороу күҙаллана.
Бынан тыш, балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә Яңы йыл кисәләре, ә ҡышҡы каникулдарҙа муниципалитеттарҙа яңы йыл ғаилә уйындары ойошторола. 2024 йылдың 20 декабренән 2025 йылдың 10 ғинуарына тиклем Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары 1,93 миллион кеше өсөн бөтәһе 28 мең сара уҙғарырға ниәтләй.
Ғинуарҙа Өфөлә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында инвалид балалар өсөн “Аксаков шыршыһы” үтәсәк. Байрамда 500-ҙән ашыу баланың һәм уларҙың ата-әсәләренең, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларының ҡатнашыуы көтөлә. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн реабилитация үҙәктәрендә 2000-дән ашыу бала өсөн яңы йыл иртәлектәре уҙғарыла. Был хаҡта ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников хәбәр итте.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге “Аксаков шыршыһы” форматын республиканың бөтә муниципалитеттарына таратырға тәҡдим итте. Уның һүҙҙәренсә, байрамды ошондай 20 мең самаһы балаға бүләк итергә кәрәк. Ул муниципаль берәмек башлыҡтарына ошондай сараларҙың датаһын, ҡатнашыусыларҙың иҫәбен билдәләргә һәм бүләктәр мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Һәр башлыҡҡа шәхсән үҙе ҡатнашырға, балаларға байрам ойошторорға, балаларҙы ҡотларға кәрәк тиелде.
Яңы йыл каникулдарында Башҡортостанда меңдәрсә мәҙәни сара ойошторола. Муниципалитеттарҙа 28 мең сара уҙғарыла, уларҙың 8 меңе – асыҡ майҙансыҡтарҙа. Улар – халыҡ байрамдары, Яңы йыл йәрминкәләре, байрам программалары һәм башҡалар. Яҡынса 700 яңы йыл тамашаһы күрһәтеләсәк, уларға 200 мең самаһы кеше киләсәк. Шуларҙың 20 меңе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн ҡаралған. Был хаҡта мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова хәбәр итте.
Китапханалар һәм музейҙарҙа ижади оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа байрам программалары эшләйәсәк. Яңы йыл байрамдарына Дүртөйлө районының Төрбәк ауылында модулле клуб һәм Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында клуб асыласаҡ. Республиканың төпкөл урындарында 11 автоклуб һәм туғыҙ библиобус эшләйәсәк.
Мәҙәни саралар исемлеге һәм графигы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” порталында махсус яңы йыл календары таныштыра, бынан тыш, һылтанмалар башҡа мәғлүмәт ресурстарына урынлаштырыла.
Фото: Нәсих Хәлисов.