Йәмғиәт
11 Ноябрь 2024, 09:35

Рәсәйҙә ыҙғыш һәм дошманлыҡ тыуҙырыу тыйылған

Рәсәй закондары экстремистик хәбәрҙәр таратыу, диндарҙарҙың тойғоларын рәнйетеү һәм милләт-ара дошманлыҡ тыуҙырыу өсөн яуаплылыҡты күҙ уңында тота.

Рәсәйҙә ыҙғыш һәм дошманлыҡ тыуҙырыу тыйылғанРәсәйҙә ыҙғыш һәм дошманлыҡ тыуҙырыу тыйылған
Рәсәйҙә ыҙғыш һәм дошманлыҡ тыуҙырыу тыйылған

Был закондарҙың бурысы — үҙҙәрен өҫтөнөрәк һәм уларға күберәк рөхсәт ителә тип һанап, ҡайһы берәүҙәр башҡалар менән дошманлаша башламаһын өсөн төрлө социаль ҡатлам, дин һәм милләт вәкилдәрен тыйыу. Кемдеңдер күңеленә берәү ятмаһа, был - уның шәхси проблемалары.

Рәсәй дәүләте асыҡтан-асыҡ нәфрәт уятыуҙы йәки милли, дини тойғоларҙы мыҫҡыллауҙы, кешелек дәрәжәһен түбәнһетеүҙе тыя. Эйе, теге йәки был гражданды яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы, уны конкрет ҡылыҡтары һәм инаныстары өсөн тәнҡитләүҙе талап итергә мөмкин. Әммә язаларға саҡырыу һәм уға ҡарата мыҫҡыллы һүҙҙәр әйтеү, мәҫәлән, кешенең расаһы буйынса, закон менән тыйыла. Һәм йәшенә ҡарамай яза бирелә.

Экстремистик йүнәлештәге енәйәт өсөн енәйәт яуаплылығы 14 йәштән башлана. Шуға күрә судта белмәнем, аңламаным, уйламаным тип ышандырыуҙар тәьҫир итмәй.

Власты көсләп ҡолатырға, конституцион ҡоролошто үҙгәртергә, Рәсәйҙән айырылырға саҡырырға ярамай.

Кешеләргә тауыш биреүҙә көс менән ҡамасауларға ярамай.

Ҡайһы бер кешеләрҙең нимәгәлер ышанағаны, нимә менәндер шөғөлләнгәне йәки ҡайҙалыр тыуғаны өсөн генә уларҙы күрә алмаҫҡа кәрәк тип әйтергә ярамай. Был кешеләргә насарлыҡ эшләргә тәҡдим итергә ярамай.

Нацистик символиканы һәм экстремистик ойошма символикаһын күрһәтергә ярамай.

Терроризмды һәм экстремизмды асыҡтан-асыҡ аҡлап, был эш менән шөғөлләнеүселәргә ярҙам итергә ярамай.

Дини символдарҙан, изге урындарҙан һәм образдарҙан халыҡ алдында мыҫҡыл итергә ярамай.

Потенциаль рәүештә мыҫҡыллауға ҡоролған бер нәмәне лә асыҡтан-асыҡ эшләргә ярамай. Мәҫәлән, дини йәки милли тойғоларҙан көлөргә.

Интернетта расаларҙың өҫтөнлөгө тураһында һүрәттәр йәки роликтар менән уртаҡлашырға, шулай уҡ экстремизм билдәләре булған комментарийҙар яҙырға ярамай.

Өҫтәүенә бөтә был осраҡтарҙа ла конкрет зыян күреүселәрҙән ғариза кәрәкмәй. Яуаплылыҡ ярамаған нәмәне баҫтырыу мәленән барлыҡҡа килә. Ә баҫылған яҙма тип интернетта йәки мессенджерҙарҙа урынлаштырылған бөтә нәмә күҙ уңында тотола - комментарий, репост, һаҡланған фото.

Формаль рәүештә экстремизм өсөн яуаплылыҡтың өс төрө: административ, енәйәти һәм гражданлыҡ-хоҡуҡи һәм бер нисә күңелһеҙ эҙемтә бар. Тәүге икәүһе менән барыһы ла аңлашыла, КоАП һәм Енәйәт кодексы менән танышыу етә.

Гражданлыҡ-хоҡуҡи яуаплылыҡ тураһында, моғайын, күптәр белмәйҙер. Мәҫәлән, эшкә урынлашҡанда етди проблемалар килеп сығыуы ихтимал. Экстремизмда ғәйепләнеп, бысранған биографиялы граждандарға дәүләт вазифаларын биләү, контракт буйынса хеҙмәт итеү, хоҡуҡ һаҡлау органдарында, һаҡ һәм белем биреү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү тыйыла. Хатта кеше йәш сағында экстремизм өсөн хөкөм ителһә лә, киләсәктә ул бер ҡасан да бер нисә ойошмала, ведомствола һәм структурала эшләй алмаясаҡ.

Йәмәғәт киңлегендә үҙенең уйламайынса эш итеүе өсөн кеше экстремистик йәки террористик эшмәкәрлеккә ҡағылышлы кешеләрҙең ҡара исемлегенә инергә мөмкин. Был банкта иҫәп асырға һәм хатта карточканан үҙ аҡсаһын алырға ярамай тигәнде аңлата. Уның иҫәбенә йәки һаҡламына айына бер тапҡыр билдәле бер сумма ғына күсерелә, уның күләмен суд билдәләй.

Фото Артура СМОЛОВА.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас