Йәмғиәт
12 Ноябрь 2024, 08:30

Һөнәри байрамығыҙ менән!

Бөгөн – Башҡортостан Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө.

Һөнәри байрамығыҙ менән!Һөнәри байрамығыҙ менән!
Һөнәри байрамығыҙ менән!

Бөгөн – Башҡортостан Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо матур байрам айҡанлы Өфөләге Профсоюздар йортонда төрлө саралар ойошторолдо. Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттарының, Өфө технология һәм дизай колледжы уҡыусыларының һәм уҡытыусыларының эштәренән торған күргәҙмә асылды. Бынан тыш, Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы советының XVI ултырышы, Республика социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияның тантаналы йыйылышы булды, хеҙмәт коллективтарының иң-иңдәре, төрлө бәйгеләрҙә еңеүселәр тәбрикләнде. Тантана барышында профсоюз әүҙемселәренә наградалар тапшырылды, төрлө мәсьәләләр ҡаралды.

Энергетика, химия, машиналар эшләү, авиация, нефть, газ сәнәғәте, бәйләнеш, дәүләт ойошмалары, һаулыҡ һаҡлау, аграр сәнәғәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, автотранспорт, тимер юл, медицина хеҙмәткәрҙәре  профсоюздары хеҙмәткәрҙәренең эше баһалап бөткөһөҙ. Уларҙың һәммәһенә лә уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас