Йәмғиәт
12 Ноябрь 2024, 10:00

Улдарына бик һирәк исем биргәндәр

“Был исемде төшөмдә ишеттем”, – ти малайҙың әсәһе.

Улдарына бик һирәк исем биргәндәрУлдарына бик һирәк исем биргәндәр
Улдарына бик һирәк исем биргәндәр

ЗАГС идаралығында әйтеүҙәренсә, Башҡортостанда йыл башынан 8 ноябргә тиклем 496 ир балаға – Әмир, 389 ҡыҙ балаға Әминә тип исем ҡушҡандар. Шулай уҡ малайҙар араһында – Тимур (317), Марк (315), Артём (314) һәм Эмирҙар (296), ә ҡыҙҙар араһында София (342), Ева (327), Эмилия (326) һәм Ариналар (317) барыһынан да күберәк теркәлгән.

Ә бына Астемир, Ғибәҙәт, Әли Риза, Дархан, Эфраим исемле малайҙар һәм Амелия Кандис Ром, Тамилла, Йәннәт, Элуна, Мелитта исемле ҡыҙҙар – бөтә республикаға бер нисәү генә.

Дархан атлы малай – Фаягөл менән Рөстәм Шәфиевтәрҙең беренсе балаһы.

– Ауырға ҡалғас, Дархан исемле улыбыҙ тыуған икән, тип төш күрҙем. Быны изгегә юраныҡ, – ти йәш әсәй “Башҡортостан” гәзитенә.

Атай кеше, исем яҙмышҡа йоғонто яһай, тип иҫәпләй.

– Төрки халыҡтарҙа Дархан “байлыҡ”, “бүләк”, “дала улы” кеүек матур мәғәнәгә эйә. Беҙгә айырыуса “иркен тормош”, “киң күңел” тигәне оҡшаны. Исеме есеменә тура килеп тора. Улыбыҙ бик алсаҡ, кешене айырып ҡарамай, барыһына ла йылмая, – тип һөйөнә атай Рөстәм Шәфиев.

Хәҙер Дарханға – 6 ай. Ул шыуышырға өйрәнгән, һөнәрен көндән-көн нығыта, ти. Уйнарға әүәҫ, айырыуса ҡыштыр-ҡыштыр килгән уйынсыҡтарҙы ярата.

– Ят исемде ЗАГС-та яҙҙырыуы ҡыйын булманы. Таныҡлыҡты рус һәм башҡорт телендә эшләттек. Туған телдә яҙылыуы беҙҙең өсөн мөһим ине, – ти Шәфиевтәр.

Ә һеҙҙең Дархан тигән исемде ишеткәнегеҙ бар инеме? Ниндәй исемдәрҙе яратаһығыҙ?

Фото: Шәфиевтәрҙең ғаилә альбомынан.

Улдарына бик һирәк исем биргәндәр
Улдарына бик һирәк исем биргәндәр
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас