Тоҙло кәбеҫтә тәмле генә түгел, файҙалы ла. Ә уны ҡыҙыл сөгөлдөр менән тоҙлаһаң, уның төҫө үҙенсәлекле йәм өҫтәй. Ишембай районы Смаҡай ауылынан Фәүзиә Насированың рецебы буйынса кәбеҫтәгә ҡыҙыл сөгөлдөр ҡушып тоҙлап ҡарайыҡ әле:
-Бер килограмм үҙәгенән таҙартылған кәбеҫтә алабыҙ, уны шаҡмаҡлап та, киҫәкләп тә турарға мөмкин. Бынан тыш бер ҡыҙыл сөгөлдөр, бер кишер, өс аш ҡалағы шәкәр, өс аш ҡалағы тоҙ, ике тырнаҡ һарымһаҡ, дүрт борсаҡ ҡара борос, ике берәмек ҡәнәфер, 100 грамм 9 процентлы аш һеркәһе, 2 лавр япрағы кәрәк буласаҡ. Кәбеҫтәне эре итеп турайбыҙ, сөгөлдөр менән кишерҙе һалам рәүешендә теләбеҙ. Туралған йәшелсәләр: кәбеҫтә, сөгөлдөр, кишер, һарымһаҡты һәр береһен ҡатлап –ҡатлап эмалле табаҡҡа теҙәбеҙ. Рассол өсөн 1 литр һыу кәрәк, шуға ҡәнәфер, лавр япрағы, ҡара борос, шәкәр, тоҙ һалып ҡайнатып сығарабыҙ, тағы ла талғын утта 10 минут ҡайнатабыҙ. Һуңынан лавр япрағы, борос, ҡәнәферҙе һыуҙан алабыҙ, Шул һыуға 100 грамм аш һеркәһе һалабыҙ. Борослораҡ итергә теләһәгеҙ, саҡ ҡына кәбеҫтә араһына әсе борос турап һалып ебәрергә мөмкин. Ошо һыуҙы кәбеҫтәгә һалабыҙ. Өҫтөнә тәрилкә ҡаплап, йөк ҡуйып бер тәүлек буйы өйҙә тоторға. Аҙаҡ банкаларға тултырабыҙ, кәбеҫтә матур төҫ аласаҡ. Банкаларҙы һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Әгәр тура банкаға тултырһағыҙ кәбеҫтәгә ҡыҙыл төҫ инһен өсөн, уны гел генә әйләндереп тороу мөһим, - тип кәңәш итә Фәүзиә апай.
Фото: Фәүзиә Насированыҡы.