Туймазы районының Үрмәкәй ауылында төрлө милләт вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй. Улар эшһөйәрлеге, һәр яңы башланғысҡа берҙәм рәүештә тотоноуы менән айырылып тора. Туймазы тарафтарына эш сәфәре менән барғаныбыҙҙа Сәйрән ауыл хакимиәте башлығы Фәнзил Фәһим улы Мостафин да ошо хаҡта әйткәйне.
Бының шулай булыуын ауылда һуңғы осорҙа башҡарылған эштәр ҙә раҫлай. Мәҫәлән, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ҡушылып, зыяратты таҙартып, ҡоймаларын яңыртҡандар. Был изге эшкә бөтә ауыл халҡы дәррәү ҡушылған. Шулай уҡ берҙәм көс менән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә арнап обелиск асҡандар.
Әлеге ваҡытта үрмәкәйҙәр мәсет төҙөүгә тотонған. Ауылда үҙ заманында мәсет тә, мәҙрәсә лә була, әммә уҙған быуаттың 30-сы йылдарында уның манараһын ҡолатып, клуб итеп үҙгәртәләр. Ул янып юҡҡа сыҡҡас, балалар һаны кәмеү сәбәпле ябылған мәктәптең бер өлөшөн бүлеп, клуб итеп йыһазландыралар.
Ауылда мәсет төҙөү башланғысы менән тамырҙары ошо матур төбәккә тоташҡан өфөлө Наил Әхмәтйәнов сыға. Ер участкаһы алыу, нигеҙ һалыу эштәре башҡарылғас, ауыл халҡы аҡса йыйып, бура һатып ала. Өмә ойоштороп, уны бер көндә күтәреп тә ҡуялар. Был эштә туғыҙ-ун йәшлек малайҙарҙан алып оло йәштәге уҙамандарға тиклем барыһы ла дәррәү ҡатнаша. Бөгөнгә иман йортоноң ҡыйығын ябып ҡуйғандар, киләһе йылда эшләп бөтөргә ниәт итәләр. Урындағы эшҡыуар Әҙип Мәсәлимов ағас материалдары бүлгән, Рөстәм Әхмәтйәнов өмә барышында техника йәһәтенән эскерһеҙ ярҙам күрһәткән.
Үрмәкәйҙәрҙең тағы ла бер маҡтауға лайыҡ башланғысы хаҡында ла әйтеп үтергә кәрәк: улар үҙ көсө, берҙәм тырышлығы менән мәҙәниәт усағы булдырған. Элекке мәктәп бинаһында ауыл китапханаһы, үҙенсәлекле экспонаттар тупланған музей ҙа урынлашҡан. Бөгөн был урын бөтә ауыл халҡын үҙенә тартып торған йылы мөхитле мәҙәни үҙәккә әйләнгән. Ауыл клубының эшмәкәрлеген Гүзәл Рәмзин ҡыҙы Әхмәтйәнова етәкләй.
Үрмәкәй халҡының йәшәйешенә йәм биргән “Аҫылйәр” ансамбле тураһында һөйләмәһәк, ауыл тормошон тасуирлаған мәҡәләбеҙ тулы булмаҫ. Тиҫтә йылдан ашыу эшләп килгән этник фольклор төркөмгә Үрмәкәйҙең йыр-моңға ғашиҡ, боронғо ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғролоҡ һаҡлаған кешеләре тупланған. Ансамблдең етәксеһе Тәслимә Әбдерахманова үҙе лә ата-бабалар йолаларын өйрәнеү, уларҙы һаҡлау һәм йәш быуынға еткереү уй-ғәмдәре менән янып йәшәгән кеше.
– Ансамблдең эшмәкәрлеген дә ошо маҡсаттарға ярашлы итеп ойошторҙоҡ. “Ҡыҙ оҙатыу”, “Килен төшөрөү”, “Ҡот ҡойоу”, “Киндер туҡмау”, “Туғандарҙы татыулаштырыу” һәм башҡа бихисап йолаларҙы сәхнәләштерҙек. Беҙҙең быуын уларҙы яҡшы белә. Мәҫәлән, миңә ҡартинәйем шундай йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында һәр ваҡыт һөйләп, аңлатып үҫтерҙе. Шуларҙы иҫкә төшөрөп, интернеттан ҡарап, сценарийҙар төҙөйөм. Шулай уҡ спектаклдәр ҙә ҡуябыҙ. “Өс хат” тигән әҫәрҙе сәхнәләштереп, республика конкурсында Гран-при яулап ҡайттыҡ. Икмәк бешереү серҙәренә арналған “Мейескә ут керҙе, өйгә ҡот керҙе” тигән театрлаштырылған тамашабыҙ бик матур килеп сыҡты. Уның менән республикала ла сығыш яһаныҡ, артабан Ҡазанда һәм Ҡаҙағстанда үткән фестивалдәргә саҡырыу алдыҡ. Әләге ваҡытта “Дәүер ағышы” тигән яңы конкурсҡа әҙерләнәбеҙ. Унда “Киндер туҡмау” йолаһын күрһәтергә йыйынабыҙ, – тип һөйләне Тәслимә Әбдерахманова.
Бөгөн “Аҫылйәр” ансамбле Фәймә Әхмәтйәнова, Гүзәл Әхмәтйәнова, Гөлфирә һәм Рим Латиповтар, Әлмира Әхмәтйәнова, Илһөйәр Хөсәйенова, Лүзиә Шәйхетдинова, Айһылыу Йыһандарова, Зәйтүнә Фәйрушина, Дания Әбүталипова, Миләүшә Әхмәтйәнова, Роберт Сәлимгәрәев, Филиә Фәруҡшина, Фина Хәлиуллинаны берләштерә. Араларында иң олоһо булған Фәймә апайға – 78 йәш. Роберт һәм Рим ағайҙар һыҙҙырып гармунда уйнай, башҡалар дәртле йыр-таҡмаҡтар менән ҡушыла.
Мәҙәниәт усағында урынлашҡан музей ҙа һоҡландырҙы. Уны заманында мәктәп коллективы экспонаттар йыйып, асҡан булған, хәҙер инде был ҡомартҡыларҙы клуб, китапхана хеҙмәткәрҙәре, ансамблгә йөрөгән рухлы апай-ағайҙар ҡәҙерләп һаҡлай. Айырыуса бындағы һөлгөләр һоҡланыу уятты. Былтыр үрмәкәйҙәр ауыл клубында “Һөлгө сигеү” фестивале үткәргән. Ә быйыл бөтә йолаларҙы үтәп, һабантуй байрамы ойошторғандар.
– Төбәгебеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙары борон-борондан сигеү эшенә маһир булған. Нағышлы мендәр тыштары, япмалар, тәҙрә пәрҙәләре әле лә күптәрҙә һаҡланған, был шөғөлдәрҙе үҙ итеүселәр бөгөн дә арабыҙҙа бихисап, – ти Тәслимә апай. – Ә инде һөлгөгә килгәндә, ул борондан халҡыбыҙ тормошонда мөһим роль уйнаған, хатта кешене тыуғандан алып һуңғы юлғаса оҙатып барған, тип әйтһәк, артттырыу булмаҫ. Мәҫәлән, яңы тыуған сабыйға айырым таҫтамал бүленгән. Кейәү менән кәләште туй ваҡытында никах ептәрен символлаштырған таҫтамал менән бәйләгәндәр. Мәрхүм булған кешене лә һөлгө менән ҡаплағандар.
Ауыл клубында халыҡтың тормошон йәмлерәк итеү маҡсатында әленән-әле ҡыҙыҡлы саралар үткәрелә. Беҙ барғанда балалар ҡатнашлығында көҙ миҙгеленә арналған конкурс иғлан ителгән ине. “Аҫылйәр” ансамбленә берләшкән ағинәйҙәр балаларға ла, ауыл халҡына ла оҫталыҡ дәрестәре, йәнле әңгәмәләр үткәрә, Сәйрән мәктәбендә осрашыуҙарҙа ҡатнаша. “Быуындар араһындағы күсәгилешлекте һаҡлап, халыҡыбыҙҙың матур йолаларын, тәрбиә алымдарын йәш быуынға бирергә, уларҙы үҙ еренең патриоты итеп тәрбиәләүгә өлөш индерергә тырышабыҙ. Йәштәр тамырҙарын белеп үҫһә, ауылдарыбыҙ ҙа йәшәр, милли асылыбыҙ ҙа һаҡланыр”, – ти Үрмәкәйҙең хөрмәткә лайыҡ ололары.
Клуб бинаһында ауыл китапханаһы ла урынлашҡан. Уны Миләүшә Әхмәтйәнова етәкләй. Өфө китапхана колледжын тамамлаған белгес үҙ эшен яратып, күңел һалып башҡара. Миләүшә Марат ҡыҙы ла –ауыл тормошонда иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе.
– Халыҡ уҡырға ярата, ололар ҙа, балалар ҙа китапханаға әүҙем йөрөй. Бөтәһе 180 самаһы китап уҡыусым бар. Башҡорт әҙәбиәтенең классиктарының – Мостай Кәрим, Әнғәм Атнабаевтың әҫәрҙәрен яратып уҡыйҙар, – ти китапханасы.
Бына шулай һәр йәһәттән үрнәк булырлыҡ эштәр башҡарып, берҙәмлектә – көс, тип ғүмер итә Үрмәкәй ауылы халҡы. Үҙ тормошон үҙҙәре йәмләп, тыуып үҫкән еренә тоғролоҡ һаҡлап, уны тағы ла матурыраҡ, яҡшыраҡ итергә тырышып йәшәгән ауыл халҡына именлек-һаулыҡ теләп хушлаштыҡ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.