24 ноябрҙә күркәм байрам – Халыҡ-ара Әсә көнө билдәләнә. Ошо матур байрам айҡанлы бөгөндән башлап республикабыҙҙың иң әүҙем, дәртле, таһыллы, уңған һәм күп балалы әсәйҙәре “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә үткәрелгән “Ҡояш ғүмере теләйем” тип аталған конкурста ҡатнаша.
Дүрт балаға ғәзиз әсәй, уңған, тоғро ҡатын, тынғыһыҙ, эшлекле етәксе, тәрән белемле уҡытыусы, шәп килен Земфира Закир ҡыҙы Ғилажева Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында йәшәй. Балалары бик тырыш, республика кимәлендәге конкурс, олимпиадаларҙа призлы урындар яулайҙар. Илгенә әле сәнғәт колледжында белем ала, Иршат Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатында уҡый. Игеҙәктәр Илхан, Ирхан быйыл I класҡа уҡырға барҙы. Улар ҙа бик шәп булмаҡсы.
Земфира Закир ҡыҙы ире Рәфҡәт Абдрахман улы менән бик күркәм йорт һалып ингәндәр. Унда һәр нәмә зауыҡ менән эшләнгән. Гөрләтеп баҡса үҫтерәләр, яҙҙан көҙгә тиклем сәскәләре күҙ яуын ала. Хужабикәнең егәрлелеге әллә ҡайҙан күренеп тора.
Земфира Закир ҡыҙы - үҙе башланғыс кластар уҡытыусыһы, мәктәпкә етәкселек итә. Бар нәмәгә өлгөрә ул, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Земфира Закир ҡыҙы һәм конкурста ҡатнашҡан башҡа әсәйҙәр өсөн түбәндәге һылтанма буйынса тауыш бирегеҙ, лайктар ҡуйығыҙ һәм байрам айҡанлы изге теләктәрегеҙҙе яҙығыҙ.
Тауыш бирергә: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll67349ed8ee6d..
Иң күп тауыш йыйған өс әсәйгә стилист Лилиә Мәхмүтованан шәп бүләктәр әҙерләнек!
1-се урын яулаусыға – белгес оҙатыуында магазинға барып, үҙеңә килешле кейем һайлау
2-се урын – стилист ярҙамында булған кейемеңдең килешлеһен һайлап алыу
3-сө урын – башҡорт телендә стиль тураһындағы марафонға сертификат
Шулай уҡ тәүге 5 урынды яулаған әсәйҙәр тураһында "Башҡортостан" гәзитендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, еңеүселәргә милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ.
Конкурс 23 ноябргә тиклем дауам итә. Шул көндә, 21.00 сәғәттә, еңеүселәр асыҡланасаҡ. Уңыштар теләйбеҙ!
Фотолар: Земфира Ғилажеваның шәхси архивынан.