Беләҙегең, алҡаларың көмөштән,
Күңелдәрең ник һыуынды, фәрештәм?
Йөҙөгөңә аҡыҡ ҡаштар таҡманым,
Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне, аппағым?
У-у-уф, өҙә генә бит үҙәктәрҙе, телә инде бәғерҙәрҙе Фәрит ағай ошо йыры менән!.. Иңрәп сыҡҡан күкрәк тауышынан да, киске эңерҙә әллә ҡайҙарға таралған гармунынан да моң-зар ғына түгелә төҫлө. Кем уйлаған ошо йырҙы яҙған шағирҙың һәм уны моңло көйгә һалған композиторҙың тап Фәрит күршебеҙҙең фажиғәле мөхәббәтен бөтә асылында, аяуһыҙлығында асып биререн?.. Ҡатынын юғалтты ул... Егерме йылдан ашыу пар күгәрсендәй гөрләшеп йәшәгән, йәненән артыҡ күргән Фәнисәһе ғүмерлеккә ташлап китте. Яман ауырыу, берәй аңһыҙ ҡазамы, фажиғәме булһа ла был тиклем үкенесле булмаҫ ине. Шымыҡай ғына, һәр ваҡыт йылмайып ҡына йөрөгән Фәнисә апайҙың үҙ теләге менән яҡты донъянан китеүе хаҡындағы хәбәр тотош ауыл халҡына аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте.
Матур, етеш йәшәне улар. Фәнисәһен Өфөлә автотранспорт техникумында уҡығанда осратып, бер күреүҙән тигәндәй ғашиҡ булып, ҡаратып алғайны Фәрит. Бөҙрә сәсле, буйсан гармунсы егет Фәнисәнең дә йөрәген тиҙ ялмап алды. Алыҫ райондан килен булып төшкән ҡыҙға ят ергә өйрәнеп китеү еңел булманы, шулай ҙа Фәритенең янында булыуы донъяһын бөтөн итте. Фәнисә үһ һөнәре буйынса ауыл китапханаһында эшләне. Тыуған яҡтарын, яҡындарын һағынған сағында күңелен китап уҡыу менән баҫты. Тәү ҡарамаҡҡа үтә баҫалҡы, тыныс күренһә лә, сәмсел дә, ғәрсел дә ине алыҫтан төшкән килен. Донъяһын гөл итеп тотто. Фәрите лә тормош көтөүгә шәпле, егәрле заттан.
Тәүге балаһын тапҡандан һуң ныҡ ҡына өҙлөктө Фәнисә. Һалҡын алдырып, кире дауаханаға инергә тура килде. Ярай әле, табиптар ҙа матур ҡараны, Фәрите лә эргәһенән китмәне тигәндәй. Һауығып, аяҡҡа баҫты ҡатын, әммә башҡаса ауырға ҡала алманы. Фәритенең шаярыу ҡатыш: “Миңә бер малай табып бирерһең ул, кәләш?” тиеүен тәүге йылдарҙа тыныс ҡабул итә ине. “Булыр, Алла бойорһа”, - тип үҙен дә, ирен дә йыуатты. Әммә табиптарҙың ҡарары ҡаты ине: башҡаса бала таба алмаясаҡһың. Өмөтөн өҙмәне Фәнисә – әбейҙәргә, имселәргә лә, гипнозсыларына ла йөрөнө. Холҡондағы баяғы сәмселлек, ғәрселлек был уйынан кире ҡайыра алманы. Ҡыҙына 10 йәш тулып уҙыуға үҙ хәленә бер аҙ күнгәндәй булды, шулай ҙа ирен уллы итә алмауы күңелен тырнап торған бер халәткә әйләнде. Уның өҙгөләнеүен күреп, Фәрите тынысландырырға тырышты: “Ҡайғырма, кәләшем, беҙҙең бит бына тигән ҡыҙыбыҙ бар!” – тип йыуатты.
Урындағы хужалыҡта эш булмағас, Фәрит иптәштәренә эйәреп, Себер тарафтарына юлланды. Бөтмөр, егәрле ир яҡшы ғына эш табып, ярайһы уҡ мул аҡса алып ҡайта башланы. Ғаилә әле тегеһен һатып алып, әле йорт-ҡаралтыһын яңыртып, һәүетемсә генә йәшәне.
Бер көн Фәрит шылтыратып, алыҫ ҡына нөктәгә юлланыуҙары, унда бәйләнеш булмаясағы, был вахтаһының ғәҙәттәгесә ай ярым түгел, ә өс айға һуҙыласығы тураһында әйтте. Был хәбәрҙе ҡабул итеү ҡыйын булһа ла, Фәнисә сабыр булырға тырышты, иренә имен-аман йөрөүен теләне.
Бер көнө китапханала сираттағы сараға сценарий яҙып ултырғанында урындағы хужалыҡта ферма мөдие булып эшләгән Әсләм килеп инде. Улай-былай хәбәр һөйләп, хәл һорашҡан булды, Фәриттең ҡасан ҡайтырын белеште. Ят иргә башын да күтәрмәйенсә, бер-ике һүҙ менән генә яуап бирҙе Фәнисә. Үҙе был һөмһөҙ ҡарашлы әҙәмдең тиҙерәк сығып китеүен теләне. Ә тегеһе тора бирҙе, оятһыҙыраҡ һүҙҙәр ҙә ысҡындыра башланы. Тамам асыуы килгән ҡатын: “Һеҙгә берәй китап кәрәкме? Кәрәкһә, әйтегеҙ, кәрәкмәһә, сығып китегеҙ!” тине тауышын күтәрә биреп.
– Һа-һа! Килештерә берәү! Иреңдең тегендә нимә эшләп ятҡанын да белмәйһеңдер инде, бахырҡай. Ундағыларҙың барыһының да икенсе бисәһе бар. Һинең иреңә лә күптән инде бер мәрйә малай табып биргән, тиҙәр бит! Фәрит бит малай тип үлә ине, үҫтереп яталыр инде шунда малайын, вахтаһынан да ҡайтмай. Һин генә бында уны аҡтан-аҡ, пактан-пак күреп йәшәп ятаһың! – Әсләм тағы нимәлер һөйләргә уҡталғайны, йөҙө ағарып, күҙҙәре ҙурайып киткән ҡатынды күреп, тиҙерәк сығып тайыу яғын ҡараны.
Әле ишеткән хәбәренән Фәнисәнең башы шауланы, күҙ алдары томаланды. Ҡулдары ҡалтырай-ҡалтырай телефонына тотондо: “Абонент недоступен...” “Абонент недоступен...” Шул саҡ Фәриттең “донъя хәлен белеп булмай” тип мастерының номерын биреүе иҫенә төштө. Ят иргә шылтыратырға уңайһыҙланды, смс яҙып ебәрҙе. “Тиҙҙән базаға ҡайтырға тейештәр, үҙе аңлатыр”, тигән яуап иҫһеҙ итә яҙҙы бисара ҡатынды. Тимәк, барыһы ла дөрөҫ! Бар донъяның аҫты өҫкә әйләнгәндәй, ә үҙе ниндәйҙер ҡараңғылыҡҡа осоп барғандай тойолдо Фәнисәгә. Был ваҡытта ул бер кем, бер нимә хаҡында ла уйларлыҡ хәлдә түгел ине. Ғәрлеге ни тора! Фәрит уға хыянат иткән! Фәриттең улы бар! Ғәрлегенә, ярһыуына баш була алманы бисара ҡатын...
Фәнисәһен оҙатыуға ҡайтып өлгөрә алманы Фәрит. Бишенсе көн тигәндә генә вертолет менән килеп алдылар үҙен. Ауылға ҡайтып еткәнсе тағы ике көн үтте. Ҡайғынан күҙ төптәре ҡарайып, бөгөлөп төшкән ҡыҙы ҡаршы алды. “Атай, уҡыуымды ташлап ҡайтайым да ҡуяйым, яңғыҙың нисек йәшәрһең?” - тине ҡыҙы. “Юҡ, балам, һин уҡыуыңды тамамларға тейешһең. Һуңғы курс бит. Беҙгә көслө булырға кәрәк. Мин һиңә ярҙам итермен. Уҡыуыңа юллан”, - тигәс, Фаягөлө кире Питерға осто.
Бына шулай гөрләп торған донъя һүнеп ҡалды. Һирәк-һаяҡ кистәрен йорт тупһаһында гармун тартып, йыр һуҙған ирҙе бар күрше-тирә йәлләне. Йыры ла ниндәй бит әле!
Беләҙегең, алҡаларың көмөштән,
Күңелдәрең ник һыуынды, фәрештәм?
Йөҙөгөңә аҡыҡ ҡаштар таҡманым,
Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне, аппағым?
Ҡара эсле әҙәмдең нахаҡ һүҙҙәренән әрәм булды хисле лә, сәмсел дә, ғәрсел дә Фәнисә еңгәбеҙ...
Фото: in.pinterest.com