Йәмғиәт
15 Ноябрь 2024, 12:40

Ауыр йәрәхәттәр ҙә үҫмерҙе һындырмаған

Көслө рухлы малай тормошта юғалып ҡалмаҫ.

Ауыр йәрәхәттәр ҙә үҫмерҙе һындырмағанАуыр йәрәхәттәр ҙә үҫмерҙе һындырмаған
Ауыр йәрәхәттәр ҙә үҫмерҙе һындырмаған

15 ноябрҙә Туймазыла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләтовтарҙың күп балалы ғаиләһендә булды. Марат Низаметдин улы һәм Зөлфиә Шамил ҡыҙы ете бала үҫтерә, уларҙың икәүһе тәрбиәгә алынған.

 Ғаилә башлығы ҡаланың 7-се мәктәбендә математиканан уҡыта, ҡатыны - йорт хужабикәһе. Өлкән балалары эшләп йөрөйҙәр, опекалағы ике ҡыҙҙары урындағы колледждарҙа белем ала.

 Кесе улдары Илназға быйыл 13 йәш тулған. 2021 йылда футбол уйнағанда малай трансформатор щитына эләккән тупты алам тип токтан һуғыла. Уның ике ҡулын да ампутациялайҙар, малай алты операция кисерә, бөгөн уға заманса протездар ҡуйылған.

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың октябрендә “Ҡаршыоыҡтарҙы еңеп” Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе майҙансығында Радий Хәбиров үҫмер менән аралашҡайны. Шунда ул Илназдың ғаиләһен күрергә ҡарар итте.

 Өйҙәрендә малай Башҡортостан Башлығына нисек программалау менән шөғөлләнеүе, онлайн-мәктәптәрҙә уҡыуы  тураһында һөйләне.

 Илназдың әсәһе улдарының 7-се класта уҡыуын, алты класты тик бишлегә тамамланыуы хаҡында әйтте. Үҫмер йыш ҡына ҡатмарлы тормош хәленә тарыған балалар менән дә  аралаша.

 -Беҙгә һаулыҡ мөмкинлеге сикле балаларҙың ата-әсәләре шылтырата, Илназды үҙенең шәхси миҫалында тиҫтерҙәренә көс-ҡеүәт биреүен һорайҙар, - тип һөйләне атай-әсәһе. – Улыбыҙҙың республикала дуҫтары бик күп. Илназ шулай уҡ спорт менән шөғөлләнә. Ул - терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған балалар өсөн уҙғарылған республика беренселегендә күп тапҡырҙар еңеүсе. 

 Радий Хәбиров Илназға яҡшы уҡыуын һәм яңы спорт еңеүҙәре яулауын теләне. Ауырлыҡтарҙы бергә күтәргән, уңыштарға бергә һөйөнгән ошондай бәхетле һәм дуҫ ғаилә менән танышыуына шат булыуын белдерҙе.

 -Ауыр йәрәхәт алған малай юғалып ҡалмаған. Киреһенсә, шәхси миҫалында башҡаларҙы рухландыра, үҙҙәренең көсөнә ышанырға өмөт бирә, - тине Радий Хәбиров.

 Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас