Йәмғиәт
15 Ноябрь 2024, 11:15

Бәхетле йәшәгең килһә, 10 кәңәште тот!

Бер мәртәбә булһа ла үҙегеҙгә насарлыҡ эшләгән кешене яҡын килтермәгеҙ, тағы...

Бәхетле йәшәгең килһә, 10 кәңәште тот!Бәхетле йәшәгең килһә, 10 кәңәште тот!
Бәхетле йәшәгең килһә, 10 кәңәште тот!

Бәхетле йәшәү өсөн түбәндәгеләрҙе хәтерҙән сығармағыҙ:

*Көймә! Бөгөн хәл иткеһеҙ булып күренгән проблема ла барыбер үтә. Ә артыҡ көйәләнеү һаулыҡты ҡаҡшата.

*Бер мәртәбә булһа ла үҙегеҙгә насарлыҡ эшләгән кешене яҡын килтермәгеҙ. Ғәфү итегеҙ, әммә тормошоғоҙға башҡа индермәгеҙ.

*Һеҙгә кемделер яманлап һөйләгән, ғәйбәт ташыған кешенән һаҡ булығыҙ. Ундай кешеләр бөтәһе хаҡында ла, шул иҫәптән һеҙҙең хаҡта ла, тик яман уйҙа була.

*Уңыштарығыҙ һәм маҡсаттарығыҙ хаҡында бер кемгә һөйләмәгеҙ. Көнләшеүселәр, аяҡ салыусылар һәр саҡ янығыҙҙа булыуын онотмағыҙ.

*Аҙ һөйләп, күпте тыңлауҙы ғәҙәткә индерегеҙ.

*Бер ҡасан да аҡланмағыҙ.

*Яңғыҙ ҡалып, уй-фекерҙәрҙе тәртипкә килтерегеҙ. Күберәк саф һауала йөрөгөҙ.

*Хәйерҙе ысынлап мохтаж кешеләргә һәм балаларға бирегеҙ. Улар ысын күңелдән рәхмәт әйтә.

*Бер ҡасан да үҙегеҙҙе йәлләтергә тырышмағыҙ. Был - гел бахыр булыуға тура юл.

*Көнөгөҙҙө көҙгөгә ҡарап “МИН БӘХЕТЛЕ” тиеүҙән башлағыҙ.

Cығанаҡ: социаль селтәр.

Фото: Нәсих Хәлисов.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас