Йәмғиәт
15 Ноябрь 2024, 05:40

Ҡыш бабай килгән!

Был фотоларҙағы балаларға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килгән дә инде. Ә һеҙгә килдеме? Килмәгән булһа... 

Ҡыш бабай килгән!Ҡыш бабай килгән!
Ҡыш бабай килгән!

“Бөгөн төркөмөбөҙгә матур эстәлекле хат килеп төштө. 

- Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле редакция! Һеҙгә Ҡауарҙы ауылынан уҡытыусы-пенсионер Зәлиә Ғәлина яҙа.
Йыл һайын ауылыбыҙҙың Шайморатов урамында йәшәүселәр Гәрәй Абдуллин һәм Радик Ғәлин Яңы йыл байрамы алдынан ҡарҙан әкиәт геройҙары һындары эшләп балаларҙы шатландыра. Стәрлетамак ҡалаһында йәшәүсе Гөлсинә һәм Ришат Ғәлиндәр ғаиләһе Ҡарһылыу һәм Ҡыш бабай булып кейенеп балаларға төрлө уйындар уйнатып, бүләктәр, күстәнәстәр тарата. Рәхмәт уларға! - тип яҙылған унда”, - тип хәбәр итә Ғафури районының “Табын” гәзите социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. 

Зәлиә Ғәлина балалар өсөн байрам яһаған изге күңелле ауылдаштарына рәхмәт һүҙҙәре менән фотолар ҙа ебәргән.

Сығанаҡ, фото: “Табын” гәзите.

Ҡыш бабай килгән!
Ҡыш бабай килгән!
Ҡыш бабай килгән!
Ҡыш бабай килгән!
Ҡыш бабай килгән!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас