Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ноябрь , 19:00

Һеҙҙә ҡаҙҙы нисек йолҡалар?

Үтекләү мәшәҡәт кеүек, эҫе һыуға тыҡһаң, йөнөн киптерергә кәрәк. Быйыл яңы алым ҡулланып ҡараным әле. 

Һеҙҙә ҡаҙҙы нисек йолҡалар?
Һеҙҙә ҡаҙҙы нисек йолҡалар?

“Аллаға шөкөр, ауылдарҙа гөрләп ҡаҙ өмәләре башланды. Ошо мәл етһә, күптәр ҡаҙ йолҡоу буйынса кәңәш һорай, шуға күрә мин дә үҙем һынап ҡарағандарымдан сығып, кәңәш яҙайым әле.

Быға тиклем ҡайнар һыуға тығып та, үтекләп эшләп тә ҡарағаным булды. Һыуға тыҡһаң, үҙең дә һыуланып бөтәһең, һуңынан йөнөн киптереп мәшәҡәтләнәһең. Үтекләү оҙаҡ, ваҡытты күп ала. Быйыл парға тотоп эшләнем. Шул тиклем рәхәт, еңел!

Ҡаҙ тулыһынса һыйырлыҡ кәстрүл йәки ҡаҙан алығыҙ. Мотлаҡ ҡапҡасы булһын. Кәстрүл – газ өҫтөндә, ҡаҙан тышта йәки усаҡта эшләргә уңайлы. Шуның төбөнә һыу ҡойоп ҡайнатырға, ә өҫкәрәк ҡаҙ һыуға теймәҫлек итеп ҡулайлама йүнәтеп алығыҙ. Бик тә булмаһа, арҡыс-торҡос итеп утын һалығыҙ. Шуның өҫтөнә ҡаҙҙы һалып, ҡапҡасты ябып, 2-3 минут тоторға кәрәк. Ҡаҙан төбөнә һыу өҫтәп торорға онотмағыҙ. Парланған ҡаҙ еңел йолҡола, ә мамығы ҡоро ғына була, күпереп ята.

Үҫтергән ҡош-ҡортоғоҙҙо имен-һау ашарға яҙһын, йорт-ил тыныс булһын!

Мәрйәм апайығыҙ.”

Фотолар: “Аскинская новь” гәзите, “Башинформ” һәм БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтының архивынан алынды.

Һеҙҙә ҡаҙҙы нисек йолҡалар?
Һеҙҙә ҡаҙҙы нисек йолҡалар?
Һеҙҙә ҡаҙҙы нисек йолҡалар?
Һеҙҙә ҡаҙҙы нисек йолҡалар?
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: