Йәмғиәт
17 Ноябрь 2024, 10:00

"Башҡорт хужабикәһе"нең ҡустыһы Рәмилдең шатлығы ҙур

Миләүшә Шәйхисламованың бер туған ҡустыһы Рәмил Бикҡужинға юғары исем бирелгән. 

"Башҡорт хужабикәһе"нең ҡустыһы Рәмилдең шатлығы ҙур"Башҡорт хужабикәһе"нең ҡустыһы Рәмилдең шатлығы ҙур
"Башҡорт хужабикәһе"нең ҡустыһы Рәмилдең шатлығы ҙур

Әбйәлил районының Хәлил ауылы егете, хәҙер Мәскәүҙә йәшәгән Рәмил Бикҡужинға «Мастер связи» исеме бирелгән. Күптәр уны "Башҡорт хужабикәһе" Миләүшә Шәйхисламованың бер туған ҡустыһы булараҡ яҡшы белә. Яҡташыбыҙ ғаиләһе менән илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәй һәм баһадирҙай өс ул үҫтерәләр.

Рәмил Бикҡужин былтыр яҡындарына өр-яңы машиналар бүләк итеп ҡыуандырған ине: әсәһе хәҙер ҡыҙыл сейә төҫөндәге "Kиa" автомобилендә, ҡайныһы иһә "Рено-Дастер"ҙа йөрөй. Бына шундай шәп яҡташыбыҙҙы юғары исемгә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!

Фото: "Осҡон" гәзитенән.

"Башҡорт хужабикәһе"нең ҡустыһы Рәмилдең шатлығы ҙур
"Башҡорт хужабикәһе"нең ҡустыһы Рәмилдең шатлығы ҙур
Автор:Карима Усманова
Читайте нас