Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә сираттағы фекерҙәре менән бүлешкән. Унда түбәндәге юлдар бар:
“Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда 2025 йылды Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре йылы тип иғлан итте. Тиҙҙән тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк.
Бөгөн нацизмға ҡаршы көрәшкән яугирҙәргә ярҙам итеү социаль сәйәсәтебеҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булды һәм булып ҡала. Был федераль кимәлдә лә билдәләнә. Парламентыбыҙ депутаты Яков Кугубаев Федерация Советында Йәш закон сығарыусылар палатаһы ултырышында сығыш яһаны. Ул республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына күрһәтелгән ярҙам саралары хаҡында һөйләне. Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко беҙҙең башланғыстарҙы хупланы.
Беҙ геройҙарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә ҡарата ниндәй ярҙам саралары күреүебеҙҙе хәтерегеҙгә төшөрәм. Улаҙы бер нисә төркөмгә бүлергә мөмкин.
- Белем биреү мөмкинлектәре. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн һөнәри белем алыу һәм өҫтәмә һөнәри белем алыу өсөн сертификаттар ҡулланыу мөмкинлеге бар. Яугирҙәрҙең балалары мәктәптәрҙә ҡайнар аш менән, сираттан тыш балалар баҡсаһында бушлай урындар менән тәьмин ителгән, ә уларҙың ата-әсәләре балалар баҡсаһы өсөн түләүҙән азат ителгән. Шулай уҡ түңәрәктәр һәм секциялар, мәктәптәрҙәге оҙайтыу сәғәттәре һәм башҡа мөмикнлектәр бушлай.
- Реабилитация һәм медицина хеҙмәттәре. Беҙ яугирҙәрҙең һәм уларҙың бәлиғ булмаған балаларының шифаханаларҙа бушлай ял итеү мөмкинлегенә өлгәшә алдыҡ. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына психологик ярҙам күрһәтелә, шулай уҡ төбәк бюджеты иҫәбенә реабилитацияға сертификаттар тапшырабыҙ.
- Социаль-иҡтисади ярҙам. Республикабыҙҙа хәрби хеҙмәттә ҡатнашыусылар транспорт һалымын түләүҙән азат ителгән, түләүле юлдарҙа бушлай йөрөү мөмкинлегенә эйә. Улар торлаҡ йорт төҙөүгә йәки бушлай ер участкаһына социаль түләү алыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡлы. Йортҡа газ үткәреүгә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 100 мең һумлыҡ сертификат бирәбеҙ, кредит каникулдары юлларға мөмкин. Дәүләт мәҙәниәт учреждениеларында үткәрелгән сараларҙың әһәмиәтенә ҡарап, улар 50-100% ташламаға хоҡуҡлы тигән ҡарарҙы мөһим һәм кәрәкле тип иҫәпләйем. Был тәүге сиратта музейҙарға, театрҙарға, филармонияларға ҡағыла. Әлбиттә, һанап үтелгәндәр – Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларҙы тәьмин итергә тырышҡан ярҙам сараларының тулы исемлеге түгел. Уны киңәйтеү өҫтөндә эшләйбеҙ, ә хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләре беҙҙең хәстәребеҙҙе, иғтибарыбыҙҙы һәм рәхмәтебеҙҙе тоя. Бергәләп еңәсәкбеҙ!” - тип билдәләгән Андрей Назаров.
Фото Андрей Назаровтың шәхси сәхифәһенән.