Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров рәйеслегендә янғын һүндереү деполарын төҙөү буйынса өҫтөнлөклө проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙеләр.
2030 йылға тиклемге осорға Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә янғын-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһы менән янғын-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре һәм механизмдары билдәләнде. Шундай йүнәлештәрҙең береһе – янғын-ҡотҡарыу деполары биналарын проектлау һәм төҙөү.
-Янғын-ҡотҡарыу инфраструктураһын үҫтереү - республикала етенсе йыл әүҙем үҫешкән стратегик мөһим йүнәлеш. Был ваҡыт эсендә алты стационар янғын һүндереү депоһы, дүрт тиҙ төҙөлә торған модуль конструкцияһы һәм ирекле янғын һүндереү командалары өсөн өс йылы бокс файҙаланыуға тапшырылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында уларҙың барыһы ла граждандарҙың ғүмерен һәм мөлкәтен һаҡлауҙы тәьмин итергә мөмкинлек бирә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.
Стратегияға ярашлы, 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһы бюджеты средстволары иҫәбенә Йылайыр, Кушнаренко, Баймаҡ, Белорет, Ғафури һәм Ишембай райондарында заманса алты стационар янғын һүндереү депоһы, Ишембай, Өфө, Баймаҡ һәм Шишмә райондарында дүрт пневмокаркаслы модулле янғын һүндереү депоһы булдырылған һәм файҙаланыуға тапшырылған. Иглин һәм Ишембай райондарының ирекле янғын һүндереүселәр командалары өсөн өс йылы бокс төҙөлгән.
Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса Андрей Назаров Асҡын, Әмзә, Булгаков һәм Мөрсәлим ауылдарында янғын һүндереү деполарын төҙөү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Янғын һүндереү депоһының яңы биналары янғын һүндереүселәр өсөн кәрәкле әҙерлек һәм хеҙмәт итеү шарттарын, шулай уҡ техниканы һаҡлау һәм хеҙмәтләндереү шарттарын тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.
Фото: pravitelstvorb.ru