Хәйбулла районының Ивановка ауылында берҙәм һәм дәртле халыҡ йәшәй. Быйыл улар ҙур теләк менән "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашырға уйлай. Әле ауыл халҡы район этабында үҙ көсөн һанай: әленән-әле төрлө саралар үткәрелә, сәләмәт тормошто пропагандалай, спорт менән шөғөлләнә. Күптән түгел "Спорт - ул сәләмәт аҡыл һәм сәләмәт тән" тигән сара үткән. Ивановка ауылы халҡы көн һайын кис скандинав йөрөшө менән шөғөлләнә, бильярд уйнарға һәм күнекмәләр эшләргә улар ауыл клубына йыйыла.
Ҡатын-ҡыҙҙар "Аулаҡ өй"гә йыйылып, яугирҙәргә йылы ойоҡбаштар һәм бирсәткәләр бәйләһә, ирҙәр окоп шәмдәре эшләгән. "Айыҡ ауыл 2024" конкурсының муниципаль этабы барышында ауылдың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Айгөл Торомтаева РОТАНГ исеме аҫтында яңы ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән. Шулай уҡ бергәләшеп ҡаҙ өмәләре, яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү өмәләре лә ойошторола.
Ауыл биләмәһе башлығы Елизавета Абдуллина әйтеүенсә, Ивановка ауылы халҡы "Айыҡ ауыл" конкурсының муниципаль этабы барышында төрлө саралар үткәреп кенә ҡалмай, ә айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә, спорт менән шөғөлләнә һәм махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ҡулдарынан килгәнсә гуманитар ылау туплауҙа үҙ өлөшөн индерә.
Фото: "Айыҡ ауыл - 24" Ивановка ауылы төркөмөнән