Йәмғиәт
19 Ноябрь 2024, 07:30

“Башҡортостан"дар – Баймаҡта

Бөгөн беҙҙең хәбәрселәр Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов менән осрашты

“Башҡортостан"дар – Баймаҡта“Башҡортостан"дар – Баймаҡта
“Башҡортостан"дар – Баймаҡта

Билдәле булыуынса, Азамат Сәфәрғәле улы Баймаҡ районы хакимиәте башлығы итеп  тәғәйенләнде. Бөгөн етәксе тәүге тапҡыр дөйөм оперативка үткәрҙе.

"Мин район менән яҡындан танышыуҙы башланым һәм артабан да дауам итәсәкмен. Халыҡ менән осрашыу, уларҙың проблемаларын, хәл итәһе мәсьәләләрен үҙҙәренән ишетеү, ауылдың тормошо һәм йәшәйеше менән урында осрашыу маҡсатында райондың һәр ауыл биләмәһендә осрашыуҙар үтә. Иң мөһиме – халыҡты ишетеү, уларҙың ышанысын аҡлау, райондың артабанғы социаль-иҡтисади үҫешенә бар яҡлап ярҙам итеү, төбәктең потенциалын файҙаланып, район халҡы өсөн йәшәү, эшләү өсөн бар шарттар тыуҙырыу кәрәк ", - ти Азамат Сәфәрғәле улы.

Баймаҡ башлығының киләсәккә уй -пландары, тәүге оперативканың нисек "ҡыҙыу" үтеүе һәм башҡа ойошмалар менән осрашыуы, Темәс һәм Билал ауыл биләмәһендә үтәсәк осрашыуҙар тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һандарында яҡындан таныштырырбыҙ.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас