Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь , 22:15

11 йәшлек ҡыҙ “теге донъя”ға киткән һеңлеһен кире терелткән...

“Мин үҙем бындай хәлдә ҡалһам, көслө стресты еңә алмай, беренсе ярҙамды күрһәтә алмаҫ инем”, – ти ҡыҙҙарҙың әсәһе.

11 йәшлек ҡыҙ “теге донъя”ға киткән һеңлеһен кире терелткән...
11 йәшлек ҡыҙ “теге донъя”ға киткән һеңлеһен кире терелткән...

Өфөнөң 31-се мәктәбендә уҡыған Анна-Элиза Вагюшкина һәм уның ата-әсәһе 2021 йылдың йәйен мәңге хәтерендә ҡалдырасаҡ. 25 июндә 11 йәшлек ҡыҙ һыу тултырылған ваннала батып барған бер йәшлек һеңлеһен ҡотҡарып алып ҡалған. Батыр ҡыҙ, һеңлеһе аңына килгәнсе, 18 минут буйы уның йөрәгенә массаж эшләгән. Медицина хеҙмәткәрҙәре килгәс, кескәй Есенияны Благовещендың реанимацияһна алып киткәндәр. Әгәр ҙә янында батыр апаһы булмаһа, фажиғәнән ҡасып булмаҫ ине, ти табиптар...

Ошо батырлығы өсөн былтыр ҡыҙ “Ҡотҡарыу хаҡына берҙәмлек өсөн” наградаһына лайыҡ була. Ә быйыл иһә Анна-Элиза Вагюшкинаны Федерация Советының “Күрһәткән батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләгәндәр.

КП-Өфө порталы ҡыйыу ҡыҙҙың әсәһе менән әңгәмәләшкән.

Людмила Ванюшкина һөйләүенсә, улар йәйгеһен ғаиләһе менән эҫе ҡаланан ҡасып, Благовещен районының Бедеева Поляна ауылына күсә. 2021 йылдың йәйендә улар менән бергә бер йәшлек Есения ла була. Ул ваҡытта сабый үҙенең тәүге аҙымдарын яһай.

Ҡурҡыныс көндә балаларҙың ата-әсәһе эшкә китә, ә ҡыҙҙар өйҙә үҙҙәре генә ҡала. Аня әсәһенең ҡушыуы буйынса баҡсалағы эштәрҙе эшләй, ә бәләкәй Есения эргәһендә йөрөй. Участкала ямғыр һыуын йыйыр өсөн иҫке ванна ҡуйған булалар. Тап шул ваннаға сабый ҡолап төшә.

– Төнгөһөн ямғыр яуғас, ваннала һыу күп ине. Есения һыуға ҡолағас, Аня миңә шылтыратып ошо турала хәбәр итте һәм һеңлеһен һыуҙан сығарыуын әйтте. Мин шунда уҡ “Тиҙ ярҙам”ға шылтырата башланым, ә ул сабыйҙың йөрәгенә массаж эшләне. Табиптарҙы саҡырғас, беҙ ҡыҙым менән яҡынса 18 минут буйына аралаштыҡ һәм ошо ваҡыт буйына ул һеңлеһенә беренсе ярҙам күрһәтте. Тәүҙә килеп сыҡмай ине, әммә ул ҡабат-ҡабат эшләне. Икебеҙ ҙә “ҡотҡара алманыҡ” тип уйлаған ерҙән бәләкәй ҡыҙым тын ала башланы, – тип хәтерләй Людмила.

Ошо ваҡытҡа йорт эргәһенә табиптар килеп туҡтай.

– Медицина ярҙамы тиҙ килде. Аня, Есенияны күтәреп, уларға ҡаршы сыҡты. Беҙ Өфөгә алып барырға булғайныҡ, тик баш ҡала реаниматологы тап шул ваҡытта Благовещенда булған. Бәхетебеҙгә күрә, реанимацияла ИВЛ аппараты ла буш ине, – тип һөйләгән ҡыҙҙарҙың әсәһе.

Сабый, 18 сәғәт буйына комала булғас, аңына килә. Һуңғараҡ, Есения күҙҙәрен асҡас, реаниматолог шуны хәбәр итә: ҡыҙ һыуға батҡас та, оҙаҡ ваҡытҡа “теге донъя”ға китә... Өлкән ҡыҙы һеңлеһен кире был тормошҡа ҡайтарып ала.

– Кесе ҡыҙым үлгән булған, ә Аня уны терелтте. Беҙ телефондан һөйләшкәндә ҡыҙым ныҡ илап, һеңлеһенән күҙҙәрен асыуын һораны. Һуңғараҡ реанимацияла төрлө антибиотиктар ҡаҙап, ҡан ебәреп, команан сығарҙылар.

Бәхеткә күрә, ҡыҙ яйлап йүнәлеүгә табан бара. Өс көндән һуң уны ябай палатаға күсерәләр. Тик бындай ҡот осҡос хәл эҙһеҙ үтмәй... Сабый әле булһа ла реабилитация үтә. Әсәһе әйтеүенсә, ҡыҙының телмәре тотҡарланған.

Людмила Ванюшкина ул ҡурҡыныс көндө тулыһынса иҫләй.”Мин үҙем ошо хәлгә ҡалһам, юғалып ҡалыр инем. Көслө стресты еңеп, бер йәшлек балаға реанимацияны ҡайһы бер өлкәндәр ҙә эшләй алмай”, – ти ул.

– Мин улай эшләй алмаҫ инем. Ул ваҡытта эштә булғанда Аняға нисек эшләргә өйрәтә генә алдым. Ә ул барыһын да башҡарҙы. Ҡыҙым икебеҙҙе лә ҡотҡарҙы, тип әйтергә мөмкин.

Йөрәк-үпкә реанимациһын нисек эшләргә кәрәклеген ҡыйыу ҡыҙ видеороликтарҙан һәм китаптарҙан өйрәнгән. Ул был осраҡҡа тиклем дә медицина өлкәһе менән ҡыҙыҡһынған. Хәҙер инде ҡыҙҙың киләсәктә кем буласағына шиге юҡ.

Фото һәм сығанаҡ: КП-Өфө.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: