Өфө ҡалаһында йәшәгән 37 йәшлек Зарина Солтанова “Новый день” телешоуында ҡатнашасаҡ. Ул үҙенсәлекле проектта ҡатнашып, бөгөнгө тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртергә ниәтләй.
Зарина тормошоноң ике мөһим профессиональ һәм шәхси өлкәләрендә проблемалар менән осрашыуын йәшермәй. Уның ике балаһы үҫә. Ире менән мөнәсәбәттәр һалҡын һәм көсөргәнешле. Ҡатын инглиз теле буйынса репетитор булып эшләй, әммә профессиональ эшмәкәрлек тә ҡәнәғәтлек килтерә алмай башлай. Тәүге улдары тыуғандан һуң ғаилә тарҡала, Зарина әсәһе эргәһенә һыйына, ә ире яңы мөнәсәбәттәр тергеҙә... Бер нисә йылдан һуң ир менән ҡатын йәнә тарҡалған ғаиләне берләштерергә ҡарар итә, тик икенсе бала донъяға килгәндән һуң мөнәсәбәттәр тағы ла киҫкенләшә. Зарина әйтеүенсә, ғаилә мөхитендә лә ул яңғыҙлыҡ тойғоһонан арына алмай.
Һәр кем был донъяла бәхетле булырға теләй. Заринаның теләге яҡшы аңлашыла, әлбиттә. Ҡатынға үҙен аңларға астролог ярҙам итмәксе. Ул героиняға үҙен авиадиспетчер ролендә һынап ҡарарға тәҡдим итә. Эксперимент Заринаның артабанғы тормошонда ниндәй эҙ ҡалдырыр? Нисек кенә булмаһын, беҙ уға уңыштар, ныҡышмаллыҡ теләйбеҙ.
Фото: https://bash.news/