Һәр хужабикә өҫтәленән сәйгә тәмлекәстәрҙе өҙөргә тырышмай. Бәлештәр был йәһәттән күп ваҡытты алмауы менән отошло. Ишембай районы Ишәй ауылынан Рузалия Ниғмәтуллина алма бәлеше бешереүҙең рецебын тәҡдим итә.
-Кәрәгенсә йылымыс һыу алып, самалап аш содаһы, тоҙ, үҫемлек майы ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ. Бер өлөшөн күберәк итәбеҙ. Әҙерәк өҫтөн биҙәргә лә ҡалдырабыҙ. Ҡамырҙың ҙурыраҡ өлөшөн йәйеп, өҫтөнә турап әҙерләнгән алманы һалабыҙ. Алмаға шәкәр ҡомо ла ҡушырға ла кәрәк. Артабан ҡамырҙың икенсе өлөшөн йәйеп өҫтөн ҡаплайбыҙ һәм теләгәнсә биҙәйбеҙ, ҡырҡ биш минут тирәһе бешерәбеҙ. Асып ҡараштырып торорға кәрәк, - тине ул.
Фото: Рузалия Ниғмәтуллинаныҡы.