Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь , 07:00

Аждаһаны Йылан алмашттыра

2025 йылда Аждаһаны йәшел ағас Йылан алмаштырасаҡ – ул тыныслыҡ һөйөүсе йән эйәһе.

Аждаһаны Йылан алмашттыра
Аждаһаны Йылан алмашттыра

2025 йылда Аждаһаны йәшел ағас Йылан алмаштырасаҡ – ул тыныслыҡ һөйөүсе йән эйәһе. Йыланға магнетизм, тапҡырлыҡ һәм тыныслыҡ хас, ә уҫаллыҡ, агрессия һәм ике йөҙлөлөктө бөтөнләй яратмай. Һәм киләһе йыл яҡшы өмөттәрҙе генә аҡлаһын өсөн, был нәзәҡәтле йыртҡысҡа оҡшарға тырышырға кәрәк. Эшләгәндә ашыҡмаҫҡа, кәрәкмәгән ығы-зығынан ҡасырға,  үҙегеҙҙең ғәмәлдәрегеҙҙе ентекләп уйларға. Яҡындарығыҙ менән һөйләшкәндә, айырыуса, иғтибарлы булыу мөһим – һеҙҙең уйламай әйтелгән һүҙегеҙ уларҙы бик ныҡ “сағырға” мөмкин, хатта һеҙ берәүҙе лә рәнйетергә теләмәйсә, уйламайса әйтһәгеҙ ҙә.

Йылан ыңғай һәм кире сифаттарға эйә булған персонаж. Бер яҡтан, ул зирәклек һәм тыныслыҡты яратһа, икенсе яҡтан – мәкерле һәм хәйләкәр. Элекке заман кешеһе әлеге ғорур шыуышыусыларҙы төрлө донъя үлсәме араһында сәйәхәт итергә һәм киләсәкте белергә һәләтле тип һанаған. Шулай булғас, киләһе йылда күп мөмкинлектәр асылыр, күп нәмәгә ирешеп булыр.

Шуны онотмағыҙ: ниндәй генә йылды ҡаршы алһаҡ та, ниндәйҙер уңышҡа өлгәшер өсөн иң тәүҙә үҙеңә тырышырға, ҡуйған маҡсаттарыңа ынтылырға кәрәк. Шул ваҡытта Аждаһа, йылан йылдары ла һиңә уңышлы буласаҡ.

Иң мөһиме: илдә һуғыш бөтһөн, донъяға тыныслыҡ ҡайтһын!

Фото: телеграм

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: