Өләсәйемдең урындыҡ түренә менеп ҡунаҡлаған, һәр саҡ боҫрап ҡайнап ултырған самауыры янында күрше инәйҙәрҙең бергә йыйылышып, көңгөрләшеп сәй эсеүе күңел түремдә бала саҡтың иң матур хәтирәһе булып һаҡлана. Шуға күрә ҡайҙа ғына барһам да, самауырлы табын булһынмы, самауырҙар күргәҙмәһеме, Самауыр байрамы үтһенме – һәр ерҙән ана шул бала саҡтың бер йылыһын эҙләп, күңелемә нур алып ҡайтырға тырышам.
Самауыр йүнәтеүсе Мансур Сәйетҡолов менән дә Баймаҡ ҡалаһында үткән сарала таныштыҡ. Дөрөҫөрәге, боронғо еҙ самауырҙар күргәҙмәһе янынан тыныс ҡына үтә алманым: уларҙың шул тиклем күп һәм төрлө булыуы хайран итте, һоҡландырҙы. Мансур Шәфҡәт улының самауыр йүнәтеүе хаҡында белгәс, уның менән осрашырға теләк тыуҙы.
Халҡыбыҙҙың онотола барған боронғо шөғөлөн үҙ иткән ағай Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Тәүҙәрәк бары ҡыҙыҡһыныуҙан ғына башланған шөғөлө бөгөн уның күңел талабын ҡәнәғәтләндергән, буш ваҡытын үткәрергә ярҙам иткән кәсепкә әйләнгән, тиһәк тә була. Иртәнән алып кискә тиклем аласығында самауыр йүнәтә ул. Үҙенә күрә кескәй оҫтахананы хәтерләткән эш урынында ниндәй генә тимер-тимор юҡ: станогы ла, кәрәкле ҡорамалдары ла урын алған, тимер мейестә ут яна, түрҙә самауырҙар ултыра. Улар араһында яртылаш ҡыйшайып, һемәгенән һыу аҡҡандары ла, утлыҡтары эшкинмәй, ҡайнатырға яраҡһыҙҙары ла бар. Шулай уҡ кемдер йүнәтергә алып килгән, икенселәре йылдар буйы йыйылған юшҡынды таҙартыуын һораған. Барыһы ла оҫтаның ҡулы тейеү менән ҡайтанан “терелеп” китә, ҡуҙ һалыу менән йырларға тотона. Тәү ҡарашҡа ғына еңел күренгән шөғөл ысынында иғтибарлы булыуҙы талап итә, хатта ҡайһы бер мәлдә ювелир оҫталығы ла кәрәк.
Ауылда йәшәгән бер дуҫы районда машина радиаторҙарын ремонтлаусы булараҡ танылған Мансур Шәфҡәт улынан ҡәйнәһенең еҙ самауырын йүнәтеп биреүен үтенә. Дуҫының һүҙен йыҡмайым тип кенә ризалаша, әммә ремонтланған самауырҙың өр-яңылай ялтырап, тиҙ генә ҡайнап китеүе оҫтаның дәртен күтәрә, ҡыҙыҡһыныуын арттыра. Әкренләп ошо шөғөлгә тотоноуын үҙе лә һиҙмәй ҡала. Бер-береһенән ишетеп, күреп, боҙоҡ самауырҙарын йүнәттерергә теләүселәр табыла. “Итексе итекһеҙ булырға тейешме ни?” тигән уйҙан сығып, геройым үҙе лә самауыр йыйырға тотона. Кемдәндер һатып ала, тимер-томор йыйыусыларҙан бөртөкләп сүпләгәндәй, барып таба, хаҡын түләп алып ҡайта. Үҙҙәре ишетеп, алып килеүселәр ҙә табыла.
– Еҙ самауырҙарҙы күберәк төрлө ҡалаларҙан йыйҙым, дөрөҫөрәге, металл тапшырыусыларҙы эҙләп, уларҙан һатып алдым. Күбеһенең формаһы ла юҡ ине. Шулай ҙа алып ҡайттым, яңынан ҡоршап, йүнәтеп ҡуйҙым. Ҡайһы мәлдә шөғөлөмдө табип һөнәренә лә оҡшатып ҡуям, бигерәк тә хирургка. Улар сирлеләрҙе дауалап, операция эшләп, һауыҡтыра, ә мин самауырҙарҙы “һауыҡтырам”, уларҙы дауалайым, – тип йылмая геройым. – Ҡыҙыҡ өсөн ҡайһы бер самауырҙың ауырлығын үлсәп, яҙып ҡуям. Аҙаҡ ултырған ҡомағын таҙартып ҡуйғас, яңынан үлсәйем. Берәр килограмға тиклем кәмей. Эшемдең һөҙөмтәһен күреү күңелемә ҡыуаныс өҫтәй. Үҙем йүнәткән һәр самауырға һыу ҡойоп, ҡайнатып ҡарайым. Һемәге аҡмаймы, тиҙ ҡайнаймы икәнлегенә ныҡлап ышанғас, хужаларына шылтыратам.
Мансур Сәйетҡоловтың шәхси коллекцияһында 20-нән ашыу самауыр иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе – боронғо еҙ самауырҙар. Иң боронғо самауыры 1890 йылғы. Әйткәндәй, һәр самауырҙың үҙенең эмблемаһы бар, ҡайһыларына миҙал да һуғылған. Төрлө илдәрҙә күргәҙмәләрҙә ҡатнашып урын алған самауырға миҙал бирелгән һәм уны етештергән завод артабан миҙалды үҙ әйберенә һуҡҡан. Беҙҙең илдә самауырҙарҙы Тула ҡалаһындағы завод сығарған, шуға күрә улар Тула самауырҙары тип аталған. Тәүҙәрәк – күмер менән ҡайнатылғандары, һуңыраҡ электр самауырҙары һатыуға сығарылған.
Самауыр йүнәтеүсе Мансур Шәфҡәт улының эш мәлен бер аҙ күҙәтергә насип булды. Самауыр төбөндәге ҡуҙ ятҡан ерен – утлыҡты алып, көргөүес менән көргөргә тотондо. Унда йыйылған юшҡын саңланып та, ваҡ таш рәүешендә лә ергә ҡойола. Аҙаҡ уны таҙартып, урынына кире ултырта. Хәҙер оҫта заманға яраҡлаштырылған электр ҡорамалдары менән эш итә. “Һәр нәмәне үҙемдең эшемә яраҡлаштырып алдым. Бик нескә урындарын ғына көргөүес менән эшләйем. “Еҙ самауырҙы ҡайҙан шулай күп таптығыҙ?” тип аптырайҙар. Ә бит һәр самауырҙы еҙ итеп эшләп алырға мөмкин, сөнки уларҙың барыһы ла еҙҙән эшләнә, аҙаҡ ҡайнатҡанда нығыраҡ булһын, янмаһын һәм ялтыр булһын өсөн никель ялатыла. Тимер щеткалар ярҙамында уларҙы ныҡ итеп таҙартҡанда, тәүге формаһына ҡайтарырға, йәғни еҙ самауырға әйләндерергә мөмкин. Тик саңы бик ауыр һәм тын юлдары өсөн зарарлы, шуға күрә махсус битлек кейеп эшләү талап ителә. Мәшәҡәте күп, көндәр буйы ышҡып торорға кәрәк. Аҙаҡ ҡат-ҡат тигеҙләйһең. Ҡайһы бер еҙ самауырҙарҙы ошондай юл менән эшләп алдым”.
Шәхси коллекционер булараҡ, Мансур Сәйетҡоловтың бер самауыры икенсеһен ҡабатламай. Ҙурлығы һәм күләме, эшләнеше һәм формаһы яғынан һәр береһе үҙенсә айырыла. Иң мөһиме – уларҙың барыһы ла ҡулланыуға яраҡлы. Туйҙар үтһенме, төрлө байрамдар булһынмы, таныштары Мансур Һиҙиәт улынан самауыр һорап алып, ҡунаҡтарын тәмле сәй менән һыйлай. “Аҙна һайын самауыр ҡайнатып алабыҙ, сәйе тәмле”, – ти йорт хужабикәһе Нәзифә Вәдүт ҡыҙы ла.
Иренең был шөғөлөнә уның үҙ ҡарашы.
– Яратҡан эш ялҡытмай, тигәндәре хаҡтыр. Мансур көндәр буйы аласыҡта тимер-томор менән булыша ала. Тәүҙәрәк аҡса юғыраҡ ваҡытта барған еренән самауыр һатып алып ҡайтыуына йән көйә ине, артабан күнегеп киттем. Элегерәк самауырға иғтибар булманы, хәҙер халыҡтың уға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы арта, һатып алырға теләүселәр күбәйҙе, бигерәк тә боронғо еҙ самауырҙы һораусылар бихисап. Тик уларҙы һатмайбыҙ, әле үҙебеҙ еҙ ҡомған менән батмус эҙләп табып алдыҡ. Аяттарҙа шуларҙы ҡулланабыҙ, еҙ самауыр ҡайнатабыҙ, – ти тормош иптәше.
Әйткәндәй, элегерәк кейәүгә сығырға йыйынған ҡыҙҙың бирнәһендә самауырҙың булыуы мотлаҡ һаналған. Самауырлы табын ғаиләнең бөтөнлөгөн һәм татыулығын сағылдырған. Замандар үҙгәреү менән ҡыҙҙарҙы самауыр менән оҙатыу ҙа юғала бара. Дүрт ҡыҙ тәрбиәләгән әсәйем беҙ мәктәптә уҡып йөрөгән сағыбыҙҙа уҡ һәр беребеҙгә электр самауырын инселәп һатып алып, түргә ултыртып ҡуйғайны. Бөгөн һәр беребеҙҙең өйөндә бирнә менән килгәненән башҡа, әсәйҙең яҡты иҫтәлеге булып, уның ҡулы тейгән күмер самауырының булыуы менән бәхетлебеҙ.
Күптәр мәҡәләне уҡып, оҫтаның самауыр һатыу-һатмауы менән дә ҡыҙыҡһыныр. Мансур Шәфҡәт улы самауыр һатмай, ә уларҙы йүнәтә генә. Әгәр самауырығыҙ иреп йәки һемәгенән һыуы аға йә булмаһа ҡайнамай ыҙалата икән, Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән оҫтаға алып килергә мөмкин. Шулай уҡ төрлө байрамдарҙың, һабантуйҙарҙың йәме булған самауырҙар күргәҙмәһен осратырға тура килһә, янына бармайынса, Баймаҡ коллекционеры Мансур Сәйетҡоловтың еҙ самауырҙарын күрмәйенсә, сәйен тәмләмәйенсә китмәгеҙ!
Ҡасандыр самауырлы булыр өсөн өләсәйҙәребеҙ бер һыйыр биреп, һатып алып ҡалған. Бөгөн магазин кәштәләрендә Тула самауырҙарының төрлөһөн осратырға мөмкин, әммә беҙҙең күңелдәрҙә барыбер бала саҡта сәй эскән, бөгөн ҡомартҡыға тиң күмер самауыры һаҡлана. Ә инде халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлөн үҙ итеп, оҫта ҡулдары менән нисәмә быуын ҡулланған иҫтәлекле самауырҙарға ҡайтанан йәм һәм йән өргән Баймаҡ оҫтаһы Мансур Сәйетҡоловтың эшен дауам итеүселәрҙең булмауы ғына бер аҙ кәйефте ҡыра. “Минән килеп өйрәнеп ҡалығыҙ тип әйтһәм дә, теләүселәр юҡ”, – ти ул.
Әйткәндәй, самауыр йүнәтеүсе үҙенең ҡапҡа алдына самауыр ултыртып ҡуйған. Баймаҡта табыуы ла ҡыйын түгел...
Автор фотолары.