Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә көслө дауыл булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәбиғәт ғәрәсәте эҙһеҙ үтмәне: Гривно сәнәғәт паркында металл беседканың ҡолауы һөҙөмтәһендә яҡташыбыҙ һәләк булды. Ҡыҙ алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында уҡ йән биргән.
КП-Өфө порталы хәбәр итеүенсә, һәләк булған ҡыҙ – Салауат ҡалаһынан Алина. Ҡыҙҙың әсәһе һөйләүенсә, ул Мәскәүгә аҡса эшләргә барған булған. Индустриаль колледжында техник-технолог һөнәрен алғас, ҡыҙ илебеҙҙең баш ҡалаһына күсергә ҡарар итә. Әсәһе әйтеүенсә, Алина өсөнсө йыл вахта менән эшләгән, дөйөм ятаҡта йәшәгән, отпуск ваҡытында һәр ваҡыт Салауатҡа ҡайтып йөрөгән. Ҡот осҡос фажиғә ҡыҙҙың туғандарын, яҡындарын, коллегаларын шок хәлендә ҡалдырған.
Алинаның ата-әсәһе күҙ йәштәрен тыя алмай. Ҡыҙыбыҙҙың киләсәккә пландары ҙур ине, тип хәтерләй улар. Күптән түгел генә Алина отпускыға ҡайтып киткән булған. Һуңынан ял ваҡытында алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыр, коллегалары менән күрешер өсөн Мәскәүгә бер аҙ иртәрәк юлланған. Тик ул ваҡытта бер кем дә ошо осрашыу һуңғыһы булыр тип уйламаған да...
– Ozon складында ҡыҙыбыҙ өсөнсө йыл эшләй ине. Ул коллегалары менән бергә дауыл ваҡытында тышҡа сыҡҡан булған... Шул ваҡыт металл конструкция емерелгән. Ҡыҙыбыҙҙың үлеме тураһында таныштарыбыҙ аша ғына белдек... – тип һөйләгән ҡыҙҙың әсәһе.
Алинаның 15 йәшлек һеңлеһе тороп ҡалған. Ул әле шок хәлендә, апайының юҡлығына ышана алмай. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙҙың ата-әсәһе Алинаның кәүҙәһен алып ҡайтыр өсөн Мәскәүгә юлланған.
Алинаның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ... Сабырлыҡ һеҙгә.
Сығанаҡ: КП-Өфө