Йәмғиәт
22 Ноябрь 2024, 15:35

Төбәк етәксеһе яңы ҡоролманың эшенә старт бирҙе

Һүҙ “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһы тураһында бара.

Төбәк етәксеһе яңы ҡоролманың эшенә старт бирҙеТөбәк етәксеһе яңы ҡоролманың эшенә старт бирҙе
Төбәк етәксеһе яңы ҡоролманың эшенә старт бирҙе

22 ноябрҙә эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Газпром нефтехим Салауат” компанияһының нефть эшкәртеү заводында техник көкөрт етештереүҙең яңы ҡоролмаһы эшенә старт бирҙе.

13,8 миллиард һум күләмендәге инвестиция проектын предприятиеның Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һәм Башҡортостан Хөкүмәте менән атмосфераға зарарлы матдәләрҙе сығарыуҙарҙы кәметеү буйынса үҙ-ара эш итеү тураһында дүрт яҡлы килешеүе сиктәрендә тормошҡа ашырылды. 2022 йылда проект “Инвестиция сәғәте”ндә ҡаралды һәм өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелде.

– Был - республикабыҙҙағы мөһим инвестиция проекттарының береһе. Шулай уҡ был ҡоролманы файҙаланыуға тапшырыу атмосфераға зарарлы матдәләрҙе сығарыуҙы һиҙелерлек кәметеүгә килтерәсәк. Ә был “Газпром нефтехим Салауат” компанияһы менән дүрт яҡлы килешеү сиктәрендә берлектәге эшебеҙҙең мөһим йүнәлештәренең береһе, – тине Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас