Үҙ өлгөһөндә балаларын тәрбиәләй
“Ояһында ни булһа, осҡанында шул булыр” тигән халыҡ мәҡәлендәге һымаҡ, тәүге сиратта үҙенең ғаиләһендә телгә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләй әңгәмәсем. Тормош иптәше Айгөл Фәрит ҡыҙы - һөнәре буйынса тәрбиәсе. Ғаиләлә дүрт ҡыҙҙарына матур тәрбиә биреп үҫтерәләр. Өлкән ҡыҙҙары Азалия Өфөлә балалар табибы булып эшләй, икенсеһе Айгизә Мәскәүҙә ситтән тороп юғары уҡыу йортонда белем ала, өсөнсө ҡыҙҙары Айзилә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт гимназияһында 9-сы класта белем ала, кеселәре Әмилә ошо уҡ гимназияла 2-се класта уҡый.
– Ғаиләм менән Стәрлетамаҡта йәшәйбеҙ. Ҡалала төпләнһәк тә, өйҙә аралашыу башҡортса. Шуға ҡыҙҙарыбыҙ бәләкәйҙән туған телен белеп үҫте. Башҡорт гимназияһында уҡыуҙары ла телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә ихтирамлы булып тәрбиәләнеүҙәренә булышлыҡ итә. Башҡорт концерттарына, спектаклдәренә йөрөйбөҙ. Бигерәк тә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артистарының сығышын яратабыҙ. Өйөбөҙҙә милли ризыҡтар бешерәбеҙ. Үҙемә килгәндә, минең яратҡан ризығым – бишбармаҡ.
Телебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, тарихыбыҙ онотолмаһын өсөн һәр ҡайһыбыҙ үҙ өлөшөн индерергә, балаларыбыҙға һеңдереп үҫтерергә тейеш. Шул ваҡытта ғына ул быуындан-быуынға дауам итәсәк. Тамырҙарҙы белеү маҡсатында үҙем атайым яғынан да, әсәйем яғынан да шәжәрәмде төҙөнөм. Шулай уҡ тормош иптәшемдең дә шәжәрә ағасы эшләнгән, – тип һөйләшеүебеҙ әңгәмәсемдең ғаиләһе тураһында башланып китте.
Йәш быуын менән эшләүҙең һөҙөмтәһе ҙур
Үткән йылдан алып район һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булып эшләүе был йәһәттән тағы ла киңерәк бурыстар ҡуя.
Ҡоролтай ағзаларының күпселеге 35-45 йәшлектәр, шулай уҡ йәштәр ҙә бар. Ағзалар үҙҙәре генә эш алып бармай. Эргәләренә уртаҡ ҡарашлы кешеләр туплай, шул ваҡытта маҡсаттар ырамлыраҡ тормошҡа ашырыла.
Телде, йолаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу, тамырҙарыбыҙҙы белеү йәһәтенән тәүге сиратта йәш быуын менән ҙур эш алып барыла. Мәктәптәрҙә бындай саралар әленән-әле уҙғарыла.
Мәҫәлән, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия -интернатында “Шайморатов уҡыуҙары” район-ара фәнни-ғәмәли конференция үткәрелгән. Сараның маҡсаты – йәш быуынға 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов тураһында күберәк мәғлүмәт биреү һәм йәштәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары өлгөһөндә илһөйәрлек тойғоларын нығытыу.
Башҡорт шағирҙарының, яҙыусыларының ижадын өйрәнеү йүнәлешендә лә эш туҡталмай. Ошо маҡсатта Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арнап, Ишембай шағирәһе Фирҙәүес Бәшированың тормош юлын, ижадын өйрәнеү маҡсатында “Бәширова уҡыуҙары” ойошторолған. Уҡыусылар авторҙың әҫәрҙәре буйынса һүрәт төшөргән, шиғырҙарын яттан һөйләгән.
Балаларҙа туған телдең абруйын күтәреү, ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында районда туған тел методистары һәм белгестәре өсөн “Мәғариф – ул мин, мәғариф – ул һин, мәғариф – ул беҙ” тигән темаға семинар-кәңәшмә уҙғарылған. Сара бәләкәй һабантуй менән тамамланған.
Башҡорт теленән “Халыҡ-ара диктант” акцияһында ҡатнашыуҙың да телебеҙҙе популярлаштырыу, грамоталылыҡты күтәреү йәһәтенән әһәмиәте ҙур. Ишембайҙар был саранан да ситтә ҡалмаған.
Музейҙар ҙа тарихыбыҙ тураһында һөйләй. Борон халҡыбыҙ нисек йәшәгән, нимә менән шөғөлләнгән, көнкүрештә ниндәй һауыт-һаба, эш ҡоралдары ҡулланған? Һорауҙарға яуапты тап музейҙарҙа табырға мөмкин. Ошо өлгөләрҙе ҡарап балалар күңелендә үткәндәребеҙгә, халҡыбыҙ тормошона ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна.
Ошо маҡсатта Ишембай ҡалаһының 3-сө мәктәбендә “Тирмә” тип исемләнгән күсмә музей ойошторолған. Унда йәш быуын ҡул эше оҫталарының әйберҙәре, милли кейемдәр, һауыт-һаба, өй кәрәк-яраҡтары менән танышҡан. Был музейҙы күрергә райондың башҡа мәктәптәренән дә балалар килгән. “Тирмә” проекты Рәсәй Президенты гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Ошо уҡ мәктәптә йәнә бер матур ваҡиға булған: “Батыр” тигән милли көрәшселәр клубы асылған. Күбеһенсә унда 3-сө мәктәп уҡыусылары шөғөлләнә, шулай уҡ башҡа белем усаҡтарынан да киләләр. Уның эшләүенә әллә ни күп ваҡыт үтмәһә лә, һөҙөмтәләр күренә. Рәсәй кимәлендәге ярыштан – бер, республика ярыштарындағы өс призерҙары менән клуб лайыҡлы ғорурлана.
Ғөмүмән, милли көрәшкә иғтибар был төбәктә электән көслө. Ҡаланың Спорт һарайында СССР-ҙың спорт мастеры Нурулла Хисмәтуллин бүләктәренә көрәш буйынса республика турниры уҙғарылыуы ла быға асыҡ миҫал.
Башҡортса шаярталар... Кейемгә башҡорт биҙәген һалалар
Дөйөм белем биреү учреждениелары араһында башҡортса “Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы” уйындарын уҙғарыу ҙа балаларҙа туған телгә ҡыҙыҡһыныу үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Бындағы сараларҙа телебеҙҙең үткерлеге, байлығы тағы ла тәрәнерәк сағыла. Кинйәбулат, Маҡар һәм Үрге Әрмет ауылы командалары хатта Өфөлә лә сығыш яһап ҡайтҡан.
Шаяндар һәм тапҡырҙар ярышына балалар ылыға. Тиҙҙән башҡорт КВН-ы Кинйәбулат ауылында үтәсәк.
Үрге Этҡол ауылында футболкаларға башҡорт милли биҙәктәрен төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарыу ҙа байтаҡ уҡыусыларҙы йәлеп иткән. Өҫ кейеменә башҡорт биҙәген ниндәй ҡоралдар ярҙамында, нисек һалыныуы тураһында Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһенең рәссам-декораторы Гөлсөм Ишмөхәмәтова аңлатҡан. Милли биҙәктәребеҙҙе белеү, ҡул эше оҫталығын арттырыу йәһәтенән бындай саралар уҡыусыларға тик файҙаға.
Борондан килгән йолаларыбыҙ ҙа онотолмай. Мәҫәлән, Әхмәр ауылында “Ҡарға бутҡаһы” байрамы шартына тура килтереп ойошторолған. Уның аша балалар был байрамдың маҡсатын белгән. Бөгөнгө йәш быуын быларҙы күңелдәренә һеңдереп үҫтерһә, борондан ямғыр һорап уҙғарылған йола киләсәктә лә дауам итер.
Ҡаланың 3-сө мәктәбендә башҡорттарҙың халыҡ байрамы – һабантуй үткәреп тә йәш быуында ҡыҙыҡһыныу уята алғандар. Милли көрәш, тоҡ кейеп йүгереү, арҡан тартышыу кеүек ярыштарҙа ҡатнашып, балалар халҡыбыҙ уйындарын йәштән белеп үҫә.
Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары үҙҙәренең ҡаҙанында ғына ҡайнамай. Башҡа төбәктәрҙәге коллегаларының, рухташтарының эше менән дә ҡыҙыҡһыналар. Күптән түгел Күгәрсен районында уҙғарылған Ҡыпсаҡ ырыуы йыйынында ҡатнашып ҡайтҡандар.
Тиҙҙән Өфөлә уҙғарыласаҡ Бөтә Дднъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезына ла ҙур өмөт бағлайҙар, был төбәктән делегаттар һайланған. Улар араһында райондан сығып Өфөлә эшләп йөрөгән милләттәштәр ҙә бар. Делегаттар араһында йәштәрҙең булыуы ла һөйөнөслө.
– Бындай съездарҙы уҙғарыу кәрәк. Эшлекле осрашыуҙар эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу йәһәтенән файҙалы. Ишембайҙа тыуып-үҫеп, ситтә йөрөгән милләттәштәребеҙҙе күреү, аралашыу ҙа араларҙы нығытыр, тағы ла берләштерер һәм ойошмабыҙ тағы ла нығыныр тигән ышаныстамын, – тине Салауат Солтанморатов.
Көсөбөҙ – берҙәмлектә. Милләтебеҙ үҫешенә һәр кем ҡулынан килгәнсә өлөш индергәндә, киләсәгебеҙ ышаныслы буласаҡ.
Фотолар Салауат Солтанморатов архивынан.