Йәмғиәт
23 Ноябрь 2024, 09:20

Башҡортостанда фейктар менән әүҙем көрәшәләр

Мәғлүмәт донъяһында иң төп кире күренештәрҙең береһе – фейктар. Айырыуса 2022 йылдан, махсус хәрби операция башланғандан алып, дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәттәр йышайҙы. Быйыл ғына ла илебеҙҙә 3,3 мең ялған хәбәр фашланған.  

Башҡортостанда фейктар менән әүҙем көрәшәләрБашҡортостанда фейктар менән әүҙем көрәшәләр
Башҡортостанда фейктар менән әүҙем көрәшәләр

Мәғлүмәт донъяһында иң төп кире күренештәрҙең береһе – фейктар. Айырыуса 2022 йылдан, махсус хәрби операция башланғандан алып, дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәттәр йышайҙы. Быйыл ғына ла илебеҙҙә 3,3 мең ялған хәбәр фашланған.  

“Диалог Төбәктәр” ойошмаһының аналитика бүлеге етәксеһе Сергей Маклаков билдәләүенсә, хәҙерге заманда мәғлүмәт ғәйәт тиҙ тарала. Көн һайын бик күп яңылыҡтар менән танышырға тура килә, әммә бер ҡасан да шуны иҫтән сығарырға ярамай: һәр яҙылған нәмә лә хәҡиҡәт түгел.

– Фейк – ул ялған йә өлөшләтә ялған мәғлүмәт, ул бик эмоциональ яҙыла, ниндәйҙер кимәлдә социаль хәүеф тыуҙыра. Фейктар алдау, манипуляция өсөн таратылыуы, шулай уҡ кешенең үҙенә йә етештергән продукцияһынамы, эшенәме иғтибар арттырырға теләүе йә ысынбарлыҡты белмәүе арҡаһында яҙылыуы мөмкин. Иң ҡурҡынысы – фейктарҙы мәғлүмәт һуғышы алып барыу йә сәйәсмәндәрҙе, сәйәси ойошмаларҙы дискредитациялау өсөн ҡулланыу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фейктар сығарыу – ул хоҡуҡиәткә ҡаршы эш алып барыу, беҙҙең заманда уны хатта айырым һөнәр тип атарға ла мөмкин.

Фейктар йәмғиәт өсөн насар эҙемтәләргә – тәртипһеҙлектәргә, паникаға, матбуғат сараларына ышанмауға, һаҡланмаларҙы юғалтыуға, ҡиммәттәрҙе бутауға килтереүе ихтимал. Ыҙғыш сығарыуға, сәйәси оппоненттарҙы бысратыуға, хатта күрә алмаусанлыҡ таралыуға нигеҙ була ала, – тип аңлата эксперт.

Сергей Маклаков әйтеүенсә, фейктар менән көрәшеү өсөн мәғлүмәттте тикшереү мөмкинлеге биргән фактчекинг майҙансыҡтары төҙөргә кәрәк. Дөрөҫ мәғлүмәтте ялғанынан айыра белгән профилле белгестәр туплау мөһим. Уҡыған мәғлүмәттең дөрөҫмө-юҡмы икәнен аңларға һәләтле, тәнҡитле фекерләүгә эйә булһын өсөн, халыҡтың медиағилем кимәлен күтәрергә лә кәрәк.

– Фейктарҙың ғәйәт насар эҙемтәләргә килтереүе мөмкин булған проблема икәнен төшөнөргә ваҡыт. Улар менән көрәшеү өсөн хәл иткес саралар күрергә кәрәк, – тип тә өҫтәй эксперт.

Башҡортостанда ялған мәғлүмәтте билдәләү буйынса “Башҡортса фактчекинг “ телеграм-каналы уңышлы эшләй. Ярты йыл эсендә генә лә, май айынан ноябргә ҡәҙәре, республикала таралған 373 фейк фашланған. Уларҙың 145-е “Пруфы” баҫмаһы һәм уларҙың каналдары аша таратылған.

Быйыл “Пруфы” бер нисә тапҡыр судҡа эләкте лә инде. Май айында Өфөнөң Совет районы мировой судьяһы баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы Рәмил Рәхмәтовҡа һәм “Ирекле медиа” ойошмаһы редакцияһына әҙәпһеҙ һүҙҙәр өсөн штраф һалған – бер видеола һүгенеү һүҙҙәре ҡулланыла. Р. Рәхмәтовҡа – биш мең һум, ә “Ирекле медиа” юридик ойошмаһына 20 мең һум күләмендә штраф һалынған. Бынан һуң “Роскомнадзор” редакцияға иҫкәртеү яһаған. Әгәр ҙә редакция бындай иҫкәртеүҙәрҙе бер нисә тапҡыр алһа, уны суд ҡарары нигеҙендә ябырға ла мөмкиндәр.

Ноябрҙә Өфөнөң Киров районы суды “Пруфы” нәшриәтсеһе Рәүфә Рәхимоваға ҡаршы ҡуҙғатылған административ хоҡуҡ боҙоу эшен ҡараған. Ул “РФ мәнфәғәттәрен һәм уның граждандарын һаҡлау, халыҡ-ара тыныслыҡты һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында РФ Ҡораллы көстәрен ҡулланыуҙы дискредитациялауға йүнәлтелгән йәмәғәт эшмәкәрлеге” (РФ КоАП, 20-се ст., 1-се б.) буйынса йәлеп ителгән.

Судтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул ғәйепле тип танылған һәм 30 мең һум күләмендә штраф һалынған. Суд ҡарары әле законлы көсөнә инмәгән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары Р. Рәхимованың социаль селтәрҙәрҙәге яҙмаларын тикшергән һәм, медиаменеджер махсус хәрби операцияға ҡаршы фекер тыуҙыра, республика халҡын унда ҡатнашыуҙан баш тартыуға этәрә, тип һығымта яһаған.

Ноябрҙә суд “Ирекле медиа” ойошмаһын административ хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепле тип таныны һәм дәүләт килеме иҫәбенә тип 200 мең һум штраф һалды. Роскомнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы аңлатыуынса, баҫма һәм уның баш мөхәрриренә ҡарата социаль әһәмиәткә эйә булған ышаныслы хәбәрҙәр һылтауы менән йәмәғәт тәртибен һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеген күпләп боҙоу ҡурҡынысы тыуҙырырға һәләтле ялған мәғлүмәтте таратҡан өсөн административ протоколдар төҙөлгән.

Законға ярашлы, бындай тәртип боҙоу өсөн вазифалы шәхестәргә – 200 мең һумға тиклем, ә юридик шәхестәргә 250 мең һумға ҡәҙәр штраф һалыу ҡаралған. “Пруфы”ҙың баш мөхәрриренә ҡарата суд эшен ҡарау 10 декабргә хәтлем кисектерелгән, сөнки яуап биреүсе судҡа килмәгән.

Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов билдәләүенсә, һуңғы ваҡытта ялған мәғлүмәт таралыу бер нисә тапҡырға артҡан, айырыуса социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа улар күп. Әгәр ҙә фейктар рәсми матбуғатта баҫылһа инде, быныһы айырыуса кәйефте ҡыра.

– Фейк мәғлүмәт хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күп. Интернет, айырыуса телеграм-каналдар, улар менән туп-тулы. Улар, вирусҡа оҡшап, бик етеҙ тарала. Ялған мәғлүмәттең социаль селтәрҙәр, мессенджерҙар аша таралыуы бер хәл булһа, дөрөҫлөккә тап килмәгән хәбәрҙәрҙе рәсми рәүештә теркәлгән, ҙур уҡыусылар аудиторияһына эйә буған киң мәғлүмәт саралары таратыуы – бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Был бик күңелһеҙ хәл, бер ни менән дә аҡлап булмай. Бының нимә өсөн эшләнгәне аңлашыла инде. Трафикты арттырыу, сенсация тыуҙырырға маташыу һәм башҡалар артынан ҡыуып, ҡайһы берәүҙәр бер ни алдында ла туҡтамай. Ундайҙар өсөн бөтә саралар ҙа ҡулай, хатта иң бысраҡтары ла, – тип асыҡлай Вәдүт Исхаҡов.

Фейктарға нисек ҡаршы торорға? Уларға ҡаршы “иммунитет” булдырыу мөмкинме? Бында бер генә кәңәш биреп була – тәнҡитле фекерләү ҡеүәһен үҫтерергә, иғтибарлыраҡ булырға. Шул саҡта ғына хәҡиҡәтте ялғандан айырырға өйрәнергә мөмкин.

Вәдүт Исхаҡов фейк таратҡан өсөн ниндәй яуаплылыҡ көткәне тураһында ла хәтергә төшөрҙө. Хәҙер ул киҫкенләште, тип айырып билдәләне ул. Фейк таратҡан өсөн бик ҙур штраф ҡаралған – 1,5 миллион һумға тиклем йәки хатта төрмәгә ултыртыуҙары ла ихтимал.

Сығанаҡ: “Электрогазета” (https://i-gazeta.com/news/obshchestvo/2024-11-23/v-bashkirii-idet-aktivnaya-borba-s-feykami-4020833)

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас