Йәмғиәт
23 Ноябрь 2024, 17:00

Еңеүселәр билдәле булды

Иртәгә, 24 ноябрҙә, Халыҡ-ара әсә көнө билдәләнә. Ошо матур байрам айҡанлы, 13 ноябрҙән алып “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған "Ҡояш ғүмере теләйем" тигән конкурста ихлас ҡатнашҡан күп балалы әсәйҙәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. 

Еңеүселәр билдәле булдыЕңеүселәр билдәле булды
Еңеүселәр билдәле булды

Ер йөҙөнөң барлыҡ мөйөшөндә төрлө телдәрҙә төрлөсә яңғыраһа ла, һәр кем өсөн “әсәй” донъялағы иң изге, иң ҡәҙерле, иң яҡын, иң мәртәбәле һүҙ һәм иң яҡын, иң яғымлы, иң һөйкөмлө, иң матур гүзәл зат булып ҡала. Шуға ла тирә-йүнебеҙ йәмле, йәшәүебеҙ мәғәнәле, һәр көнөбөҙ күркәм.

Иртәгә, 24 ноябрҙә Халыҡ-ара әсә көнө билдәләнә. Әсәй – ул һәр кемдең тормошондағы иң изге йән эйәһе. Ул ҡыҙын йәки улын тормошто яратырға, ғәфү итергә, аңларға, көслө, яуаплы, тырыш, маҡсатлы булырға, Тыуған илде, хеҙмәт һөйөргә өйрәтә. Әсәй – ул быуын сылбырҙарын бәйләп тороусы, өй усағын һаҡлаусы, ғаилә именлеген тәьмин итеүсе, эргә-тирәгә нур-ҡот, йылылыҡ таратыусы гүзәл зат. Ул булғанда өй ҙә йәмле, күркәм.

Тағы Рәсәйҙәге һәр граждан өсөн Тыуған ил-Әсә тигән төшөнсә бар. Рәсәй менән халыҡтың бәйләнеше, ғаиләләге әсәйҙең балаларыныҡы кеүек, ныҡлы һәм ышаныслы.

Халыҡ-ара әсә көнөнә арналған, 13 ноябрҙән алып “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған "Ҡояш ғүмере теләйем" тигән конкурста ихлас ҡатнашҡан күп балалы әсәйҙәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. 

Бәйге еңеүсеһеҙ булмай. Улар - түбәндәгеләр: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll67349ed8ee6d663a40d8cde7

Беренсе урынды Өфө ҡалаһы Октябрь районының Нуғай ауылынан Гөлшат Имелбаева яуланы. Икенсе урында – Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылынан Таңһылыу Сәхәүетдинова, өсөнсөлә - Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан Земфира Рәжәпова, дүртенселә – Ғафури районының Туғай ауылынан Клара Йосопова, бишенсе урында – Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан Земфира Ғилажева.

Иң күп тауыш йыйған өс әсәйгә стилист Лилиә Мәхмүтованан шәп бүләктәр әҙерләнек!
1-се урын яулаусыға – белгес оҙатыуында магазинға барып, үҙеңә килешле кейем һайлау
2-се урын – стилист ярҙамында булған кейемеңдең килешлеһен һайлап алыу
3-сө урын – башҡорт телендә стиль тураһындағы марафонға сертификат
Шулай уҡ тәүге 5 урынды яулаған әсәйҙәр тураһында "Башҡортостан" гәзитендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, еңеүселәргә милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ.

Әммә бәйгебеҙҙә ҡатнашҡан һәр әсәй – еңеүсе! Сөнки улар изге ғәмәл атҡарған - балалар тәрбиәләп үҫтергән, уларҙы кеше иткән, үҙ аллы тормош юлына сығарған гүзәл зат вәкилдәре. Һәм уларҙың барыһын да “әсәй” тигән бөйөк һүҙ берләштерә, улар балаларының “әсәй” тип өндәшеүе  менән бәхетле.

Етеп килгән байрамығыҙ менән, республикабыҙҙа йәшәгән барлыҡ әсәйҙәр! Барығыҙға ла ғаилә именлеге, бәхет, ныҡлы сәләмәтлек, балаларығыҙҙың уңыш-һөйөнөстәре, имен тормошо менән ҡыуандырып ҡына тороуын теләйбеҙ. Байрам матур үтһен! Барлыҡ уй-хыялдар тормошҡа ашһын!

Нәсих Хәлисов коллажы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас