"БашРегионСпас" эҙәрмәндәр төркөмө ирекмәндәре Ҡырмыҫҡалынан 17 йәшлек Айгөл Дюмакованы эҙләүҙәрен хәбәр итә. Ҡыҙ дүрт көн элек - 21 ноябрҙә өйөнән сығып киткән һәм шунан алып уның ҡайҙалығы тураһында бер мәғлүмәт тә юҡ.
Айгөлдөң айырым билдәләре: буйы 160 сантиметр, уртаса кәүҙәле, сәстәре асыҡ һары. Йәшел төҫтәге тау саңғыһы курткаһы, панда төшөрөлгән ҡара пижама салбар, ҡара калуш, зәңгәр ойоҡ кейгән.
Уның хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белһәгеҙ, 112 һәм 8 (937)3 102-1212 телефондарына шылтыратып, хәбәр итә алаһығыҙ.
Сығанаҡ: "Башинформ" агентлығы.