Йәмғиәт
25 Ноябрь 2024, 10:00

Хәйбулла ирҙәре тыуған көндәрен ҡатын-ҡыҙҙарһыҙ үткәрә

Райондың Һаҡмар-Наҙарғол ауылында шәп бер йола йәшәй. Ауыл биләмәһе башлығы "Ҡайһы ваҡыт ауылдаш тип мине лә саҡыралар" ти...

Хәйбулла ирҙәре тыуған көндәрен ҡатын-ҡыҙҙарһыҙ үткәрәХәйбулла ирҙәре тыуған көндәрен ҡатын-ҡыҙҙарһыҙ үткәрә
Хәйбулла ирҙәре тыуған көндәрен ҡатын-ҡыҙҙарһыҙ үткәрә

Был хаҡта Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов хәбәр итә.

"Юбилейҙарҙы төрлөсә үткәрергә мөмкин, ә бына минең тыуған ауыл Һаҡмар-Наҙарғолда ир-егеттәр үҙҙәре йыйылып үткәрә, ҡатын-ҡыҙҙарһыҙ. Донъя хәлдәрен, элекке ваҡыттарҙы иҫләп матур итеп һөйләшеп ултыралар. Йырлашып, бейешеп тә алалар, йәғни ысын ир-уҙамандарса ултыралар.

Ҡайһы ваҡыт ауылдаш тип мине лә саҡыралар. Был юлы оҙаҡ йылдар ауылдың һайлау комиссияһын етәкләгән Дауыт Әхмәт улы Юнысовты һәм ауылдың депутаты Зөфәр Рәхмәтулла улы Шәриповты матур юбилейҙары менән ҡотланым",  - тип яҙған ул үҙенең сәхифәһендә.

Ә һеҙҙең ауылдарҙа ниндәй матур йолалар бар? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

Фото һәм сығанаҡ: Таһир Юнысов.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас