Йәмғиәт
25 Ноябрь 2024, 16:30

Мөһим ултырыш уҙҙы

Унда легаль булмаған мәшғүллек мәсьәләләре тикшерелде.

Мөһим ултырыш уҙҙыМөһим ултырыш уҙҙы
Мөһим ултырыш уҙҙы

Башҡортостан Хөкүмәтендә БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев рәйеслегендә республика биләмәһендә легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәш буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үтте.

Комиссия эшендә федераль дәүләт власы органдарының, республика башҡарма власть органдарының, Башҡортостан Республикаһының урындағы үҙидара органдарының, бюджеттан тыш дәүләт фондтарының, шулай уҡ БР Профсоюздар федерацияһының территориаль бүлексәләре вәкилдәре ҡатнашты. Ултырыш барышында легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы тороу буйынса ағымдағы хәлдең төп аспекттары, шулай уҡ был процеста бөтә ҡыҙыҡһынған яҡтарҙы әүҙемерәк йәлеп итеү кәрәклеге тикшерелде.

– Рәсми булмаған мәшғүллек кимәлен кәметеү хеҙмәт өлкәһендә дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып ҡала. Берлектәге эш һөҙөмтәһендә ағымдағы йылдың 10 айында “күләгәләге” 33602 кеше сығарылған. Йыллыҡ контроль күрһәткесе 74,7 процентҡа үтәлгән, – тине Урал Килсенбаев.

Бынан тыш, ултырышта ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһында легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы эште артабан ойоштороуҙы, ҡыҙыҡһынған органдар менән комиссия араһында үҙ-ара эш итеүҙе һәм мәғлүмәт менән алмашыу тәртибен тикшерҙе.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас