Йәмғиәт
25 Ноябрь 2024, 12:30

Рөстәм Нәбиев йәнә еңеү яуланы!

Был юлы ул бигерәк тә мәртәбәле наградаға лайыҡ булған.

Рөстәм Нәбиев йәнә еңеү яуланы!Рөстәм Нәбиев йәнә еңеү яуланы!
Рөстәм Нәбиев йәнә еңеү яуланы!

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә «Дәүер лидерҙары 2024» премияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙған. Унда көслө рухлы яҡташыбыҙ - блогер Рөстәм Нәбиев тә саҡырылған. Ул «Тормошҡа һөйөү өсөн» номинацияһында бүләкләнгән.

"Сарала мин күп кенә танылған кешеләр менән таныштым, шул иҫәптән  актер Гела Месхи менән дә. Бик изгелекле, ярҙамсыл һәм аралашыусан кеше. Телефон номерҙары менән алмаштыҡ",  -тип яҙған ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.

Беҙ ҙә һәр саҡ позитив ҡарашта һәм оптимист булып ҡала алған Рөстәм Нәбиевте оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ.

Фото: Рөстәм Нәбиев

Рөстәм Нәбиев йәнә еңеү яуланы!
Рөстәм Нәбиев йәнә еңеү яуланы!
Рөстәм Нәбиев йәнә еңеү яуланы!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас