Йәмғиәт
26 Ноябрь 2024, 11:25

Форумда йәш эшҡыуарҙар бизнес-идеяларҙы тикшерҙе

Идара рәйесе форум майҙансығында Союз вәкилдәренең буласаҡ проекттар өсөн бәйләнештәр булдырыуын билдәләне.

Форумда йәш эшҡыуарҙар бизнес-идеяларҙы тикшерҙеФорумда йәш эшҡыуарҙар бизнес-идеяларҙы тикшерҙе
Форумда йәш эшҡыуарҙар бизнес-идеяларҙы тикшерҙе

Башҡортостандың баш ҡалаһында Көрәш һарайы майҙансығында барған ҙур форумдың программаһы мәҙәни һәм эшлекле өлөштәрҙе үҙ эсенә ала. Шулай итеп, стратегик сессияларҙың береһе Рәсәй менән Ҡаҙағстан араһында йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереүгә арналды. Сарала ҡатнашыусылар – ике дәүләттең төрлө төбәктәренән килгән йәш бизнесмендар пландары хаҡында һөйләне һәм үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Волгоград өлкәһенән йәш бизнесмен, социаль эшҡыуар Болат Мырҙағәлиев һөйләүенсә, әлеге ваҡытта ул ике проект өҫтөндә эшләй: беренсеһе балалар өсөн өҫтәмә белем биреү, ә икенсеһе - ҡыйыҡ, фасад һәм ҡоймалар өсөн материалдар әҙерләү менән бәйле.

– Үҙ төбәгемдә мин йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү һәм популярлаштырыу менән әүҙем шөғөлләнәм, – тип һөйләне Болат Мырҙағәлиев нетворкинг барышында. – Бында хеҙмәттәшлек итеү өсөн мөмкин булған бәйләнештәр табыу, Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан республикаларында уңышлы эш тәжрибәләренең, шулай уҡ алмашыуҙың барлығын ҡарау өсөн килдем.

Волга буйы йәш эшҡыуарҙары союзы идараһы рәйесе Антон Шувакин, форумдың төп маҡсаты булып артабанғы емешле хеҙмәттәшлек өсөн унда ҡатнашыусылар араһында бәйләнештәр булдырыу тора, тип иҫәпләй.

– Беҙ Волга буйының ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең йәш эшҡыуарҙарына ярҙам итеү менән шөғөлләнәбеҙ, – тип билдәләне ул. – Минең аңлауымса, форум ярайһы уҡ күләмле, тап йәштәр эшҡыуарлығының мөһим аспекттарына ҡағылды.

Идара рәйесе форум майҙансығында Союз вәкилдәренең буласаҡ проекттар өсөн бәйләнештәр булдырыуын билдәләне.

Стратегик сессия дуҫтарса һәм конструктив атмосферала үтте, унда һәр ҡатнашыусы фекерҙәштәре менән аралаша һәм үҙенә файҙалы нимәлер белә алды.

Фото һәм сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2024-11-26/na-forume-rossiya-kazahstan-molodye-biznesmeny-obsudili-biznes-idei-4024867

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас