Йәмғиәт
26 Ноябрь 2024, 15:25

Иртәгә юлдарҙы һәм күперҙәрҙе ремонтлау мәсьәләләре тикшереләсәк

Унда республика юлдары өсөн яуаплы ведомство етәкселәре ҡатнаша.

Иртәгә юлдарҙы һәм күперҙәрҙе ремонтлау мәсьәләләре тикшереләсәкИртәгә юлдарҙы һәм күперҙәрҙе ремонтлау мәсьәләләре тикшереләсәк
Иртәгә юлдарҙы һәм күперҙәрҙе ремонтлау мәсьәләләре тикшереләсәк

Иртәгә, 27 ноябрҙә, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Башҡортостандың юл инфраструктураһын яңыртыуға арналған матбуғат конференцияһы үтәсәк.

Унда республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова, Башҡортостан Республикаһы транспорт министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков һәм Башҡортостан Юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ришат Рафиҡов ҡатнаша.

Спикерҙар Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыуға яҡынса йомғаҡ яһаясаҡ, 2024 йылда насар юлдарҙы ремонтлау тураһында һөйләйәсәк, терәк юл селтәрен һәм күперҙәрҙе ағымдағы ремонтлауҙы тикшерәсәк, шулай уҡ журналистарҙың һорауҙарына яуап бирәсәк.

Башлана – 11.00 сәғәттә.

Аккредитация телефоны: 8-927-23-28-188.

Фото: 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас