Йәмғиәт
26 Ноябрь 2024, 05:00

Рөстәм Нәбиев атаһын нисек ғәфү иткән?

"Минең атайға үпкәм ҙур ине. Миңә ике йәш булғанда, ул ағайым менән мине ҡалдырып китте. Атай әсәйҙе үлтереп, төрмәгә ултырҙы..."

Рөстәм Нәбиев атаһын нисек ғәфү иткән?Рөстәм Нәбиев атаһын нисек ғәфү иткән?
Рөстәм Нәбиев атаһын нисек ғәфү иткән?

Билдәле блогер, әүҙем йәмәғәтсек Рөстәм Нәбиев үҙенең блогында ла, сәхифәләрендә лә, төрлө баҫмаларға биргән интервьюларында ла үҙ тормошон асыҡтан-асыҡ һөйләй. Ә бит тормош юлы еңелдән булмаған, бик ауыр һынауҙар аша үтергә тура килгән уға. Бөгөн ул үҙенең ныҡлығы, рухи көсө, асыҡлығы менән күптәргә өлгө. Рөстәм бәләкәй генә килеш атай-әсәйһеҙ ҡалған. Был хаҡта ул интервьюһында түбәндәгеләрҙе һөйләгән. 

"Минең атайға үпкәм ҙур ине. Ғүмеремдең ҙур өлөшөн унһыҙ йәшәнем. Миңә ике йәш булғанда, ул ағайым менән мине ҡалдырып китте. Атай әсәйҙе үлтереп, төрмәгә ултырҙы. Беҙҙе атайҙың апаһы тәрбиәгә алды. Уға бының өсөн ҙур рәхмәт. 

Беҙ атай менән күрешә инек, ләкин ул беҙҙең тормошобоҙҙа әллә ни ҡатнашманы. 

Миндә бала саҡ үпкәләре ине. Өлкәнәйгәс, мин күп нәмәне аңланым һәм ҡабул иттем. Беҙ оҙаҡ ҡына аралашманыҡ. Ә унан мин беренсе аҙымды яһаным һәм 55 йәше менән ҡотлау ебәрҙем. Унан һуң беҙҙең мөнәсәбәттәр яҡшырҙы. Минең балаларым уны ныҡ яраттылар. Былтыр 4 майҙа атайым беҙҙе ташлап китте. Уға 56 йәш ине... 

Эйе, ул ябай кеше түгел ине. Үҙ ғүмерендә бик күп хаталар эшләгән. Төҙәтеп булмаҫлыҡ, ғәфү итә алмаҫлыҡ хаталар. Ләкин мине уны ғәфү иттем, сөнки мин уның балаһы һәм атайымдың булыуын теләнем. Мин уны шул ҡәҙәр ныҡ һағынам. Мин уны шәл ҡәҙәр ныҡ яратам, ләкин бер ваҡытта ла "яратам" тип әйтмәнем. Өлгөрмәнем. Атай-әсәйҙәрегеҙҙең ҡәҙерен иҫән саҡта белеп ҡалығыҙ!", - тигән Рөстәм Нәбиев.

Р. Нәбиев менән интервьюнан өҙөк.

Сығанаҡ һәм фото: t.me/tatar_estrada

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас