Йәмғиәт
27 Ноябрь 2024, 07:00

Аҡъярға Мексиканан ҡунаҡ килгән!

 Уларҙа  уҡыусылар мәктәпкә үҙҙәре теләгән кейемдә йөрөй. Мексикала  көнөнә 4 дәрес уҡыйҙар икән, ә беҙҙә 7 дәрес. Тағы ла...

Аҡъярға Мексиканан ҡунаҡ килгән!Аҡъярға Мексиканан ҡунаҡ килгән!
Аҡъярға Мексиканан ҡунаҡ килгән!

Тропик джунгли, сүллек, йыл әйләнәһенә ҡыҙҙырған ҡояш, бай тарихи үткәндәр, үҙенсәлекле мәҙәниәт, бер һүҙ менән әйткәндә, экзотика!  Хәйбулла районының 2-се Аҡъяр мәктәбенең 10-сы “а” класы уҡыусылары ысын мексиканлы менән танышып, асрашыу ткәргән.

Карлос  ғаиләһе менән кәләше Альбина Хәкимованың  туғандарына ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Уҡыусылар Мексика тураһында ҡыҙыҡлы факттар, ғәжәйеп традициялары, тарихы тураһында мәғлүмәт тупланы. Әңгәмә испан, рус һәм инглиз телдәрендә барҙы.  Әйткәндәй, балаларҙа сит телдәрҙе  ентекләп өйрәнеүгә лә ынтылыш биргән был осрашыу.

Осрашыу аҙағында Карлос беҙҙең милли музыка ҡоралы — ҡурай менән танышты.  Шуныһы ҡыҙыҡ, сит ил ҡунағын уҡыусыларҙың мәктәп формаһы ғәжәпләндәрҙе.  Уларҙа  уҡыусылар мәктәпкә үҙҙәре теләгән кейемдә йөрөй. Мексикала  көнөнә 4 дәрес уҡыйҙар икән, ә беҙҙә 7 дәрес. Тағы ла уларҙа  яңы уҡыу йылы августа башлана һәм  йәйге каникулдар бары тик 1,5 ай. Ә  көндәр ныҡ эҫе булыу сәбәпле, дәрестәр иртәнге 7-лә башлана икән.

Шулай итеп, Мексиканан килгән ҡунаҡ менән осрашыу бик ҡыҙыҡлы булған.  Балалар ҙа, ҡунаҡ та оҙаҡ айырылғыһы килмәгән. Осрашыуҙан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалған.

Автор: Мәрйәм Иманғолова

Сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите

Аҡъярға Мексиканан ҡунаҡ килгән!
Аҡъярға Мексиканан ҡунаҡ килгән!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас