Һуңғы йылдарҙа, дөрөҫөрәге, 2018 йылдан алып Башҡортостанда юлдарҙы төҙөк тотоуға иғтибарҙың көсәйтелеүе берәүгә лә сер түгел. Ысынлап та, бөгөн емерелгән асфальтты, ундағы ватыҡ урындарҙы күрмәҫһең. Әйткәндәй, "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында хәбәрселәргә республикабыҙҙа юл структураһын яңыртыу, тимәк, әлегегә ҡарағанда ла яҡшыртыу тураһында һөйләнеләр.
Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков билдәләүенсә, мөҡәддәс бурыстарҙың береһе – юлдарҙы мөмкин тиклем яҡшыртыу һәм төҙөк тотоу.
Шул иғтибарға лайыҡ, республикабыҙҙа "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның нигеҙендә ҙур саҡрымдарға һуҙылған юлдар участкаһы яңыртылған, программа быйыл иһә эшен тамамлаясаҡ, әҙ ваҡытты күҙ уңында тотоп, уңғандар ошо йүнәлештә ең һыҙғанған. Милли проект тормошҡа ашырылғандан бирле юл транспорт ваҡиғалары 25 процентҡа кәмегән. Шулай уҡ күперҙәрҙе ремонтлауға күп аҡса йүнәлтелгән. Виктор Михайлович ошоларҙы ла телгә алды.
"Көнсығыш сығыу юлы" быйыл март айында файҙаланыуға тапшырылды. "Водителдәр баш ҡалаға тиҙерәк килеп етеү өсөн аҡса түләп унан үтә, ә ни өсөн унда тығындар барлыҡҡа килә һуң?" Ошо туралала һүҙ булды. Шаҡша микрорайонына илткән күпер аша юл ябылған ваҡытта, айырыуса, иртәле-кисле ҙур тығындар хасил булған. Әйтеүҙәренсә, траспондер урынлаштырыу эш планына инмәгән түгел, ингән. Ғөмүмән, "Көнсығыш сығыу юлы"нан йөрөргә теләүселәр артҡандан-арта.
– Кузнецов затоны микрорайонында тура юлды асыуға бер нисә проблемалы бина тотҡарлыҡ яһай, унда эштәр көйләнеү менән мәсьәлә ыңғай хәл ителәсәк, – тине Виктор Жульков. – Беҙ ҙә был юл йәһәтерәк асылһын өсөн бөтә көстә һалғанбыҙ, уның асылыу ваҡыты – 2025 йылдың өсөнсө кварталы.
Башҡортостан юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ришат Рафиҡов белдереүенсә, бөтә эштәр ҙә планға ярашлы бара.
Шуныһы, 2025 йылда терәк юлдар селтәрен һәм күперҙәрҙе ремонтлауға бик ҙур суммала аҡса йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, юлдарҙы күҙәтеү аҫтына алыу өсөн видеокамералар урынлаштырыласаҡ, яһалма яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыласаҡ, тағы ла светофорҙар эленәсәк.
Өфө ҡалаһынан айырмалы, республикабыҙҙың район һәм ҡалаларында ла был тәңгәлдә уй-пландар маҡсатҡа ярашлы алып барыла. Ҡариҙел, Бөрө, Туймазы, Бәләбәй, Хәйбулла, Кушнаренко, Яңауыл райондары, Сибай, Нефтекама ҡалаларында юлдарҙы тәртипкә килтереү шуға асыҡ миҫал.
Шулай уҡ спикерҙар журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе, киләсәктә үткән йылға ҡарағанда ла һөҙөмтәлерәк эшләү кәрәклегенә баҫым яһаны сығыш яһаусылар.