“Николо-Березовкалағы Йәштәр һарайына 60 йылдан ашыу. Быйыл унда капиталь ремонт эшләнек, мебель һәм ҡорамалдар һатып алдыҡ. Хәҙер балаларҙың үҙҙәренең медиастудияһы, уңайлы залдары һәм башҡалар бар.
Бында төрлө спорт төрҙәре, шул иҫәптән грек-рим көрәше һәм тхэквондо менән шөғөлләнер өсөн спорт залы бар. Тренерҙар менән аралаштым, уларҙы “Ауыл тренеры” программаһында ҡатнашырға саҡырҙым. Уның буйынса 1 миллион һумлыҡ грант алырға мөмкин. Әйткәндәй, йыл аҙағына тиклем - Өфө, Ағиҙел, Күмертауҙа һәм Хәйбулла районындағы дүрт йәштәр үҙәгендә эштәрҙе тамамларға ниәтләйбеҙ”, - тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы ылыҡтырған урындар тураһында түбәндәгеләрҙе хәбәр итәбеҙ. Бер нисә йыл элек Радий Хәбиров Николо-Березовка үҙәгендә тәртип булдырырға ҡарар иткәйне. Биләмәне төҙөкләндереүгә федераль аҡса йәлеп итә һәм туристик, дини үҙәк ойоштора алдылар. Бөгөн республика Башлығының эшлекле сәфәре барышында бында Бөйөк княгиня Елизавета Федоровна Романоваға һәйкәл асты. Ул ХХ быуат башында Николо-Березовкала булған. Уны меценаттар аҡсаһына ҡуйғандар.
Икенсе урын – Хажи һөт заводы. 2018 йылда “Инвестсәғәт”тә эшҡыуарҙар Радий Хәбировҡа ташланған завод эшен кире ҡайтарыу тураһында һөйләне. Ул ваҡытта властар уны өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерҙе. Инвесторҙар 40 миллион һум күләмендә ярҙам алды. Хәҙер Хажи һөт заводы Башҡортостандың төньяғын, ҙур ҡалаларҙы һөт аҙыҡ-түлектәре менән тәьмин итә. “Корова Чернушка” һөтө тураһында ишеткәнһегеҙҙер, моғайын.
Өсөнсө урын – “Йәшлек Краснокама” йәштәр һарайы. Тиҙҙән Николо-Березовканың Еңеү паркында герой яҡташтар – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар иҫтәлегенә һәйкәл барлыҡҡа киләсәк. Бөгөн республика Башлығы парк биләмәһен ҡараны, хәтер стенаһына сәскәләр һалды.
Фото, сығанаҡ: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.