29 ноябрҙә Краснокама районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Николо-Березовкалағы Еңеү паркында булды. Бында 2024 йылдың октябрендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған герой-яҡташтарыбыҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә буласаҡ һәйкәл өсөн нигеҙ ташы һалынған.
Мемориал район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм Афғанстан һәм локаль конфликт геройҙарына һәйкәлдәр янында ҡуйыласаҡ. Йәмәғәт киңлеге территорияһы 2024 йылда "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль программаһы буйынса төҙөкләндерелгән.
Радий Хәбиров Еңеү паркы биләмәһен ҡараны һәм Мәңгелек ут янған Хәтер стенаһына сәскә һалды.
***
Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Краснокама районына эш сәфәре буйынса һөҙөмтәләрҙе барланы.
– Беҙ производство предприятиеларында булдыҡ, социаль объекттар астыҡ. Муниципалитет башлығы районды үҫтерергә тырыша һәм уның командаһы ла әүҙем эшләй. Урындағы хакимиәт менән бер нисә тема тикшерелде. Иң мөһиме – ул ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеү. Финанслау сығанаҡтарын эҙләйәсәкбеҙ. Дөйөм алғанда, Краснокама районында социаль инфраструктура яҡшы үҫкән, - тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru